Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе урта мәктәбендә бөгөнгө көндә 40 уҡыусы белем ала. Бында «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 «5» тип аталған дөйөм мәктәп акцияһы ойошторолған.
Акцияның йомғаҡлау сараһында Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе директоры Гөлкәй Шәмсетдинова, «Юшатыр» гәзите редакцияһы, мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары ҡатнашты.
Байрам тантанаһын Рәмил Хәлим улы Хисамов етәкләгән түңәрәктә шөғөлләнеүсе гармунсы егеттәр моңло башҡорт көйҙәре менән асып ебәрҙе. «Былтыр килгәндә лә мәктәптә башҡорт мәҙәниәте, теле үҫешеүенә, бында милли рух йәшәүенә ҡыуанып ҡайтып киткәйнем. Әле лә шатмын. Бының барыһы ла мәктәп директоры Сания Ҡуҙбаеваның хеҙмәте. Район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, методика кабинеты мөдире Ләйсән Аҙнабаева исеменән 100 бишле алыусыларҙы ҡотлайым, ҙур уңыштар теләйем», - тип Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы гармунсы егеттәргә бүләктәр тапшырҙы.
Аратабан 100 «5» билдәһе алған 19 уҡыусыны тәбрикләнеләр. Уларҙың барыһы ла «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов ҡулынан иҫтәлекле бүләк һәм диплом алды. «Гәзитебеҙ Күмертау һәм Көйөргәҙе районы өсөн булһа ла, беҙ һеҙҙең яңылыҡтарҙы ла яҡтыртып барырға тырышабыҙ», - тине Малик Миңлебулат улы һәм «Юшатыр» гәзитенең махсус дипломы менән «Башҡорттар» китабын башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйлә Хисамоваға тапшырҙы.
Сания Сәйет ҡыҙы конкурста еңеүсе уҡыусыларҙың ата-әсәләренә лә Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Шулай уҡ балаларҙы тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергән олатай-өләсәйҙәргә лә бүләктәр тапшырылды. «Тиҙҙән мәктәптең 110 йыллыҡ юбилейы буласаҡ. Унда беҙ 110 «5» билдәһе алғандарҙы бүләкләйәсәкбеҙ», - тип тамамланы сараны мәктәп директоры.