Ике сәғәттән ашыу барған сара бер тынала үтте, ауыҙҙы астыҡ та ҡалдыҡ, телмәр тотоусылар бик ҡыҙыҡ итеп һөйләй ҙә белә.
Кемдәр музейға ярҙам иткән, шуларға рәхмәт хаттары таратылды, әйткәндәй, музей эргәһенән үтеп-һүтеп йөрөйбөҙ, кергәндә лә алан-йолан ҡараның да сыҡтың, ҡалай бай экспонаттар һаҡлана икән бында. Һәм улар көндән-көн тулылана.
Йәл, был бай сара музей стеналарында ғына үтте, тыңлаусылары ла тыуған яҡ тарихын ныҡлап өйрәнгәндәр генә. Ике сәғәт ярым ғына ваҡыт, ә әйтерһең, бер тотош ғүмер үтте, сал тарихҡа сәйәхәт ҡылдыҡ та ҡуйҙыҡ.
Ҙурыраҡ аудиторияға сығарырға ине уны - үткәнде белмәй, киләсәккә барып булмай тиҙәр, бәлки, артабан алға табан ышаныслыраҡ атлап китер инек.