Все новости
Районыбыҙ әҙиптәре
18 Ноября 2021, 16:54

Хазина

Халыҡ ижадын өйрәнеүселәр, яҙыусылар, ҡарһүҙ эҙләп, илһам артынан халыҡ араһына сығып китер булған (эпос-ҡобайырҙар шунан килә). Беҙ ҙә, уйламағанда, хазинаға барып юлыҡтыҡ - халыҡтың быуаттар буйы йыйылған гәүһәрҙәрен һаҡлаусы кешегә - Айсыуаҡ ауылынан Гөлшат Байназарова инәйгә.

Хазина
Хазина

Уның шиғырҙарын күптәр уҡығаны бар, Юшатырҙа күп баҫылды улар, нимәһе иғтибарға лайыҡ - беҙҙең халыҡ бит, күбеһенсә, атай-әсәй, мөхәббәт тә тыуған яҡ темаһына яҙа  Ә Гөлшат инәйҙең.... тормошта ниндәй хәл була, һәр темаға барыһы ла бар. Сәсәниә. Беҙгә әле гел һуғышып йәшәгән ир менән ҡатын тураһындағы шиғырын уҡып ишеттерҙе - йығыл да ят - шул тиклем тапҡыр яҙмаҫ кеше. Былары бер. Икенсе хәтәр шәп яғы бар 80 йәшкә аяҡ баҫырға торған инәйҙең: дәфтәрҙәрен күрһәтте, унда матур тигеҙ почерк менән (әллә нисә томға етерлек!) башҡорт халыҡ әйтем-мәҡәлдәрен туплаған. Барыһын да ҡайҙандыр күсереп яҙмаған, мейеһенең ниндәйҙер мөйөшөндә ятҡандарҙы хәтеренә төшөрөп яҙылған. Хәтирәләр. Яманһары ауылында кем нимә һөйләгән, ниндәй тарих бәйән иткән, шуларҙы ла яҙған. Ғәләмәт. 

Хәл белергә барған инек, кешегә гел яғымлы инәй, күптән ишеген шаҡыған юҡ, ваҡыт барҙа, кереп сығайыҡ тинек. Исеме Гөлшат, Ғәйзулла бабаймы, Хәсбиямал инәйме бик белеп атағандар икән.  
Дәфтәрҙәрен ҡутармай ғына, инәйҙең һөйләгәндәрен тыңлау ҙа етә, донъяны күп күргән кеше ул, һәр әйткәне фәһем йә ғибрәт. Хазина туҫтағынан эстек-эстек, танһыҡ ҡанманы,  Аҙаҡ доға ҡылды: яҙ-йәйҙәрҙең йәмдәрен күреп, ейән-ейәнсәрҙәрҙе тупылдатып һөйөп, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын. Шулай булһын шул, Гөлшат инәй. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: