-4 °С
Облачно
Бөҙрә талдар томан ышығында
Толомдарын һүтеп һыуҙарға,
Оҡшап китә ят күҙҙәрҙән ҡасып,
Һыу инеүсе йәп-йәш ҡыҙҙарға.
Айҙың йондоҙ менән серләшеүен
Күҙләйһегеҙ сихри төндәрҙә.
Зинһар, ғашиҡтарҙың эс-серҙәрен
Һөйләй күрмәгеҙсе елдәргә.
Бөҙрә талдар, нескә буйҙарығыҙ
Һалҡын елдәр иҫһә, бөгөлә.
Былбыл һайрағанда тамсы- тамсы
Әллә күҙ йәшегеҙ түгелә...
Аҡ күбекле тулҡын үрһәләнеп
Яр ситенә килеп бәрелә.
Аҡ күбеген аҡ ҡулъяулык итеп
Һеҙҙе йыуатырға үрелә.
Һаҡмарымдың ярһыу тулҡындары
Ғашиҡ һеҙгә бөҙрә талдарым.
Аҡ томанға төрөп, былбыл моңдарында
Бәүетәләр иртә таңдарын.
Һыу буйҙарын матурлыҡҡа күмеп,
Мәңге йәш ҡалығыҙ талдарым.
Һеҙ булғанда Һаҡмар һыуҙарының
Һис кәмемәҫ һеҙгә наҙҙары.
Һайыҡмаҫ та кеүек һыуҙары...