Все новости

60 ЙЫЛ БЕРГӘ УЛАР

Зәк-Ишмәт ауылында йәшәүсе Нәбил менән Тәскирә Хөсәйеновтарҙың иңгә-иң терәшеп, бергә-бергә тормош көтөүҙәренә 60 йыл тулды. Улар икеһе лә Зәк-Ишмәт ауылында тыуып үҫкән һәм 1958 йылда өйләнешкәндәр. Ул ваҡытта Нәбил Миңлеғәле улына 22, ә Тәскирә Әбделхәй ҡыҙына 16 йәш булған.

Зәк-Ишмәт ауылында йәшәүсе Нәбил менән Тәскирә Хөсәйеновтарҙың иңгә-иң терәшеп, бергә-бергә тормош көтөүҙәренә 60 йыл тулды. Улар икеһе лә Зәк-Ишмәт ауылында тыуып үҫкән һәм 1958 йылда өйләнешкәндәр. Ул ваҡытта Нәбил Миңлеғәле улына 22, ә Тәскирә Әбделхәй ҡыҙына 16 йәш булған.

Хөсәйеновтарҙың күркәм ғаиләһе 3 балаға ғүмер биргән. Ошо уҡ ауылда тормош көткән улдары Әмир тормош иптәше менән бергә 4 бала тәрбиәләп үҫтерә. Нәсимә ҡыҙҙары Күмертау ҡалаһында сауҙа өлкәһендә эшләһә, Әнисә Нәбил ҡыҙы Тау колледжында студенттарға белем бирә.

«Минең әтейем шундай егәрле, бик булдыҡлы кеше ул. Уны күргән-белгән кеше хайран ҡалып: «Ундай ир-егеттәр меңгә берәү генә бит ул», - тип әйтеп ҡуя һоҡланып. Ысынлап та, бик һоҡланғыс кеше ул. Әтейем 45 йыл механизатор булып эшләне. Уның тырышлығы тураһында бик күп грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Минең әтейем интеллигент крәҫтиән тиһәң дә, хата булмаҫ. Ул бер ваҡытта ла эсеү, тәмәке тартыуҙың нимә икәнен дә белмәне. Әтейебеҙҙе беҙ ныҡ хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Балаларына ғына түгел, башҡа барлыҡ кешеләргә лә ул тик изгелек кенә эшләй. Ярҙамға мохтаж булған һәр ауылдашына ул ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора. Кәңәштәре лә төплө уның. Әнейебеҙгә лә ел-ямғыр тейҙермәй, һәр саҡ ҡурсалап ҡына йәшәй ул. Әнейебеҙ йәш сағында ауылда һауынсы булып эшләне, сөгөлдөр ҙә утаны, башҡа төрлө эштәрҙә лә йөрөнө. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар һаман да ауылда икәүләшеп гөрләтеп донъя көтә. Бөгөнгө көндә әтейемә 83, әнейемә 77 йәш. Әнейебеҙ ҡош-ҡорт аҫырай, ә әтейебеҙ үҫтергән баҡсала нимә генә юҡ. Беҙ уларға ял ваҡыттарында ҡайтып ярҙам итеп торабыҙ. Әлеге көндә әтей-әнейемдең 9 ейән-ейәнсәре, 7 бүлә-бүләсәре бар», - тигән изге һүҙҙәрен еткерҙе беҙгә Хөсәйеновтарҙың ҡыҙҙары Әнисә Нәбил ҡыҙы.

Ғүмер юлдарында осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сыҡҡан, бала саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы осорға тура килгән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килгән Тәскирә һәм Нәбил Хөсәйеновтарға тағы ла оҙаҡ йылдар тик бәхеттә-шатлыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.


Читайте нас: