Все новости

“БАЛ ҠОРТТАРЫ ҒҮМЕРЕМДЕ ОҘОНАЙТА”

“Юшатыр”ҙы уҡыусылар араһында донъяла, йәмғиәттә барған хәл-ваҡиғаларға битараф булмаған кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра. Уларҙың һәр береһе үҙенең ыңғаймы, киреме фекерен әйтә. Гражданлыҡ позицияһын белдерә.

“Юшатыр”ҙы уҡыусылар араһында донъяла, йәмғиәттә барған хәл-ваҡиғаларға битараф булмаған кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра. Уларҙың һәр береһе үҙенең ыңғаймы, киреме фекерен әйтә. Гражданлыҡ позицияһын белдерә.


Күптән түгел беҙҙең редакцияға Баймырҙа бабай менән Люциә инәй Урманчиндар, һеҙҙе күрергә ине, тип килеп инде. Дәғүәләре бар икән беҙгә, ниңә сит илгә китеп кире ҡайтҡан кешеләрҙе маҡтайһығыҙ, тиҙәр. Ситтә аҡса эшләп йөрөгәндәрҙе маҡтап яҙмағыҙ, шәп булғас, ҡайтһындар ҙа тыуған ерендә байыһындар, тине улар. Ошо ваҡыттан һуң байтаҡ ҡына ваҡыт үткәйне, әле юл төшөп, уларға үҙебеҙ барҙыҡ. Ковалевка ауылында ҙур йортта йәшәп яталар Урманчиндар, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. Сәскәләре лә бар тирә-яҡты йәмләп ултыра. Утыҙ умарталары бар, бал ҡорттары ҡарайҙар.

Люциә (Ишбаева) инәй Яманғолдоҡо, 79 йәш уға, һуғыш алдынан тыуған ҡыҙ ул йылдарҙың касафатын күп күргән. Атаһы һуғыштан ҡайтып ике йыл да үтмәгән, 33 йәшендә генә мәрхүм булған. Уныһы ла шул һуғыштан алған яралар һөҙөмтәһе. Әсәһе дүрт бала менән тороп ҡалған Люциә инәйҙең. Тол ҡатындың ике сабыйы аслыҡтан үлә. Үҙе көнө буйы колхоз эшендә була, бар ауырлыҡ иҫән ҡалған ике ҡыҙ бала иңенә ята.

- Хәҙер тормош ауыр, тип ситкә сығып китәләр. Беҙгә лә рәхәт булманы, бигерәк тә һуғыш осоро балаларына. Шулай ҙа ситкә ҡасам тигән уй тыуманы, - ти Люциә инәй. - Өҫтә бер ҡат күлдәк ине. Эшкә лә, ашҡа ла шул бер кейем. Һыу йылытып йыуынырға утын юҡ. Тиҙәк һуҡтыҡ. Икмәк ашамағас, уны һуғырға ла көс етмәй. Әҙерләгән тиҙәге лә оҙаҡҡа етмәй, бөтә лә ҡуя торғайны. Эшләгәндә бысранабыҙ, аҙаҡ йүгереп йылғаға һикерәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, күлдәгебеҙ ҙә таҙарып ҡала. Көнө буйы әсәйем эштә, беҙ йүгереп уйнап йөрөп, ул ҡайтыуға мөйөштә бөрөшөп кенә йоҡлап китәбеҙ. Әсәйем ашарға әҙерләп уятып ҡарай, ләкин йонсоған кескәйҙәрҙең хәле буламы инде, йоҡо ҡәҙерлерәк. Атайым һуғыштан яраланып ҡайтты. 9 ай госпиталдә ятҡан, ҡайтҡас колхоз етәксеһе булып эшкә сыҡты. Яралары менән оҙаҡ йәшәй алманы, ике йылдан һуң мәрхүм булды. Унан һуң оҙаҡҡа бармай 1 йәшлек һылыуым менән 18 йәшлек ағайым да мәрхүм булды. Әсәйем, ағайығыҙ бер тас ҡан ҡоҫто ла үлде, тине. Асбыҙ бит инде, берәй ярамаған нәмә ашаған булғандыр, күрәһең.

Бар эште лә башҡарҙыҡ. Комсомол булғас, бар нәмәне лә һеҙ эшләргә тейеш, тип кенә эшкә ҡуша торғайнылар. Үҫмер ҡыҙ сағымда самолет ағыу һибә, һин әйҙә флаг болғап тор, тип яланға алып сыҡтылар. Комсомол, йәнәһе, эшләргә тейешмен. Бер бөртөк күлдәгемде кейеп флаг болғап торҙом, өҫтөмә ағыу һибелә. Шул саҡта берәй олораҡ ағайҙы сығарһалар яраманымы икән ни? Элек кешенең ҡәҙере булманы. Шуға күрә һуғыш балаларына хәҙер иғтибар күберәк булһа ине лә бит, юҡ. Берәй миҙал да бирмәйҙәр. Ни тиһәң дә, тылда ныҡ ауыр булды, - ти ауыр бала сағын иҫкә алып Люциә Урманчина.

Люциә инәйҙе совхоздан йәшелсәселек буйынса уҡырға ла ебәрәләр. Уҡыуҙы тамамлағас, ауылға кире ҡайтмай ул. Әсәһе ҡыҙына, ҡалаға кит, минең кеүек ауылда ҡалма, тигән булған.

“Мин, ауыл балаһы, аңды-тоңдо белмәйем. Әсәйемдең кәңәшен тотоп, сыҡтым да киттем. Брикет фабрикаһына эш һорап барҙым. Минән прописка һорайҙар, уны ҡайҙан алайым. Аҙаҡ кәңәш биреүҙәре буйынса, 10 һум түләп бер әбей менән бабайға пропискаға торҙом да, эш башланым”, - тип һөйләй инәй.

Люциә инәй менән Баймырҙа бабай күмер фабрикаһында эшләгәндә таныша. Баймырҙа бабай Шаран районынан, мари милләтле кеше. “Күмер фабрикаһында эшләгәндә Мәскәүгә белемемде арттырырға уҡырға барҙым. Шунда магазинда “Емеш” исемле китап алдым. Зәйнәб Биишеваның романы булған икән. Ошо китапты уҡып сыҡтым, яртыһын аңламаным, әлбиттә. Аңламаған ерҙәрен, Мәскәүҙән ҡайтҡас, Люциәм аңлатты. Ошо иҫ киткес әҫәр миндә башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятты”, - ти, башҡортса һөйләп, мари бабайы.

“Баймырҙа, үҙе мари булһа ла, күңеле менән башҡорт. Исеме лә башҡорттоҡо, ә хәҙер, ана, башҡорттар ҙа мосолман исемен ҡушмайҙар”, - ти Люциә инәй.

Ҡалала эшләй башлағас, Шәмсиә Мусина етәкләгән башҡорт үҙешмәкәр театры түңәрәгенә лә дәртләнеп йөрөгән Люциә инәй. “Унда беҙ төрлө спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Зал һәр саҡ шығырым тулы булды. Ғөмүмән, мин йырларға ла, бейергә лә ныҡ яратам. Ун йыл буйы был театрға бөтә күңелемде биреп йөрөнөм. Спектаклдәр ҡуйған саҡта эштән дүрт көнгә түләүле ял бирә торғайнылар”, - ти был хеҙмәттәре өсөн бик күп наградаларға эйә булған инәй.

Элекке тормош менән сағыштырғанда хәҙер ныҡ рәхәт. Был тормошта донъя көтөргә бер бармаҡ та етә. Свет тоҡандырам тиһәң, бер бармаҡ менән генә төртәһең, газ тоҡандырһаң да шулай. Хатта кер йыуам тиһәң дә, машинкаға һал да, бер кнопкаға төрт, - тип көлә ул.

Урманчиндар, хаҡлы ялға сыҡҡас, Ковалевка ауылында өй һатып алып, гөрләтеп донъя көтөүҙәрен дауам итә. “Бал ҡорттары минең ғүмеремде оҙонайта”, - ти инәй. Баймырҙа бабайға был һәләт атаһынан килә. Улар ана шул умарта тотоу хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ауылға ҡайтҡандар ҙа инде.

“Ғөмүмән, үҙ ереңде яратырға кәрәк. Үҙ ереңә үҙең хужа булырға кәрәк. Тырышһаң барыһы ла була ул”, - ти Урманчиндар ғаиләһе. Хаҡ һүҙҙәргә яуап табыуы ла ҡыйын.
Читайте нас: