Алексеевка ауылында йәшәүсе Рима апай менән Ғаян ағайҙарға килеп ингәндә, улар сөкөрләшеп сәй эсә ине. Урындарынан һикереп тороп, беҙҙе сәй табынына әйҙәләнеләр.
Был пар бер-береһен күҙ ҡараштарынан аңлап тора. Уларға ҡараһаң, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергәндәр тигән уй тыуыуы ла бар. Әммә был бәхетле минуттары урау-урау юлдар аша килә. Быға ҡәҙәре ағай менән апайҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ тормошо була. Улар икеһе лә тол ҡалғас, бер-береһен табып, бер-береһенең булғанына ҡыуанып йәшәйҙәр хәҙер. Рима апай тыумышы менән Күгәрсен районы ҡыҙы. Уның тормошо еңелдән булмаған. Кейәүгә сығып, шатланып йәшәп ятҡанда тормош иптәше вафат була. Ауырлыҡтарға бирешмәй балалары менән артабан донъя көтә ҡатын. Бәхетен һынар өсөн тағы ла тормошҡа сығып ҡарай, тик икенсе ире лә яҡты донъя менән иртә хушлаша. Йәш кенә дүрт бала менән тороп ҡалһа ла тырышып донъя көтә көслө ҡатын.
Ғаян ағайҙың да яҙмышы Рима апайҙыҡына оҡшаш була. Ул үҙе Ғафури районынан. Матур итеп донъя көтөп, балалар тәрбиәләп йәшәп ятҡанда уның да хәләл ефете яҡты донъя менән хушлаша. Биш улы менән яңғыҙы ҡала Ғаян ағай, иң кесе малайына 12 генә йәш була ул саҡта.
Ғаян ағай менән Рима апайҙың ғаиләләре элек тә бергә ҡатышып йәшәгән булған. Ғаян ағай күп уйлап тормай, Рима апайға тәҡдим яһай.
Рима ханым был һорауға баҙап ҡала, ысынлап та, тота һалып икенсе кеше менән тормош ҡор ҙа ебәр – мең төрлө һорауҙар ҡайнай ҡатындың башында. Шулай ҙа риза була ул, яҙмышын йәнә бер тапҡыр һынап ҡараға.
Аҙаҡ Ғаян ағай Рима апайҙы үҙенә Алексеевкаға күсендереп алып ҡайта. Рима апайҙың 3 ҡыҙ һәм 1 улы, Ғаян ағайҙың биш улы бергә бер туғандай дуҫ йәшәйҙәр хәҙер - туғандарыбыҙ күбәйҙе тип ҡыуаналар. Бер табынға йыйылһалар, үҙе ҙур бәхет. Ейән-ейәнсәрҙәре генә лә егерме уларҙың.
- Һигеҙ йыл инде хәҙер бергәбеҙ, балаларыбыҙ шунда уҡ атай һәм әсәй тип әйттеләр. Бер тапҡыр ҙа талашҡаныбыҙ юҡ, - ти бәхетле ҡатын.
- Улай булмайҙыр ҙа инде, кешенең кире яҡтары күп була торған, абзый, һеҙ хатта эсмәйһегеҙҙәме ни?
- Заманында һалғылаған саҡтар булды. Тракторсы бит мин, нисек инде эсмәйһең, кабина тулы араҡы йөрөнө. Кемеһенә ер һөрәһең, кемеһенә бесән ташыйһың. Хәҙер бына 12 йыл рюмканы ауыҙға ла алған юҡ. Механик булып эшләгәндә эштән һуңлап ҡайта торғайным, Риманың көтә-көтә хәле бөтә ине. Хәҙер эргәһендә йышыраҡ булырға тырышам, үҙебеҙҙең малыбыҙ күп, һөт һатырға йөрөйөм, - ти хужа.
- Эйе, эштән һуң ҡайтһа ла, йоҡламай көтөп ултырам үҙен. Анау бер йылы һайлауҙарҙа ҡатнашып йөрөнө, төнгө ике тулып уҙҙы, был һаман юҡ. Уйламаған уй ҡалманы, түҙмәй, ауылдың осона тиклем барып көтөп торҙом, - ти Рима апай.
- Апай, Ғаян абзый беренсе ирегеҙ түгел, шулай ҙа уны көнләшеп бер булам тип әйттегеҙ, олоғайғас та көнләшеү буламы ни?
- Була, ирем матур бит, һап итергә торғандар ҙа була. Кеше араһын бутаусылар ҙа табылып тора. Ә туғандарға килгәндә, ике яҡлап та йылы ҡабул иттеләр, хатта мине Ғаяндың тәүге ҡатынына оҡшап тораһың, тип тә әйтәләр, - ти ҡатын.
Йәштәргә лә улар түҙемле булһындар, тип теләйҙәр. Бер-береңә өйрәнеп китергә, аҙыраҡ сабырлыҡ кәрәк. Иң мөһиме - бер-береңде аңлап, донъя матурлығын күрә белеп йәшәргә кәрәк, тип кәңәш бирә улар.
Күптән түгел Ғаян ағайҙың 60 йәшлек юбилейын туйлағандар. Уға Рима апай машина бүләк иткән. 8 йыл бергә йәшәгән Динисламовтар бер-береһенең кәрәклеген, һөйөүен тойоп йәшәй. Шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да бергә уртаҡлаша улар. Артабан да күптәргә үрнәк булып, бер-береһенә терәк булып, тирә-яҡҡа өлгө күрһәтеп йәшәһендәр.