29 ноябрҙә Яңы Мораптал ауылының Парк урамында ҙур шатлыҡлы байрам. Аҡкүбәковтар ғаиләһе алтын туйҙарын — 50 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен байрам итәләр.
Ҡасандыр, бынан бик оҙаҡ йылдар элек, Яманғол ауылынан Ғәбдраҙаҡ менән Зәйтүнәнең оло ҡыҙҙары Ваһиба Маяҡ ауылындағы 1-се һанлы интернатына 5-се класҡа уҡырға бара һәм шунда уҡ интернатта уҡып йөрөгән Бәҙғетдин менән Нәғимәнең улы Тельман менән осраша. Ошо ваҡытта уҡ уларҙың араһында ныҡлы дуҫлыҡ башлана. Һуңғараҡ ошо балалыҡ дуҫлығы оло хискә – мөхәббәткә әйләнә.
1964 йылда Тельман 11-се класты тамамлап, Өфөгә юллана, Авиация институтына уҡырға инә. Аралар алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың мөхәббәт хистәре бер ҙә генә һыуынмай. Һәр ваҡыт улар хатлашып, ялға ҡайтҡан саҡтарында Ваһиба менән осрашып торалар. Бер ҙә генә бәйләнеште өҙмәйҙәр улар. Ниһайәт, 1966 йылда 10-сы класты тамамлап, Ваһиба ла Өфөгә юл ала. Улар тағы ла бергә, оло хистәр һынауҙарға бирешмәй, нығый ғына бара. 1969 йылдың 29 ноябрендә улар законлы никахҡа инеп, матур ғаилә булып йәшәй башлайҙар.
Үҙҙәре йәш ғаилә булып аяҡҡа ла баҫып өлгөрмәйҙәр, апайыбыҙ менән еҙнәбеҙ кесе туғандарына ярҙам итергә тотоналар. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләренә ҡайтып утынын, бесәнен эшләшергә лә өлгөрәләр. Дуҫ, татыу, мөхәббәтле ғаиләләрендә 2 ул үҫтереп, уларға матур тәрбиә биреп, оло юлға аяҡ баҫтыралар. Тыуған яҡтар һәр саҡ үҙенә тартып тора, бын беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Апайыбыҙ менән еҙнәбеҙ ҙә оҙаҡ йылдар Яр-Саллы ҡалаһында йәшәгәндән һуң, тыуған-үҫкән райондарына ҡайтып, өр-яңынан донъя ҡороп йәшәй башлайҙар. Улар ғүмере буйына туған йәнле булып, бар туғандарына ярҙам итеп йәшәнеләр. Әлеге көндә лә беҙгә, туғандарына, ата-әсәбеҙ урынына ишектәрен киң асып, ҡолас йәйеп ҡаршы алып, күңел йылылыҡтары менән бүлешеп оҙатып ҡалалар.
Беҙ, уның туғандары — Мәүлиҙә, Әлфиә, Шәмсиә, Мәғфиә — Ваһиба апайыбыҙ менән Тельман еҙнәбеҙгә шул тиклем рәхмәтлебеҙ! Күңел түрҙәребеҙҙә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп тә бөтөрөрлөк түгел. Уларға артабан да шулай итеп гөрләтеп, ауырыу-һыҙланыуһыҙ, бәхет-шатлыҡҡа ғына төрөнөп, беҙгә оло терәк булып оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ. Тормош уларға тик сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм ҡыуаныстар ғына килтерһен. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.