- Ауылыбыҙ ҡартая, бөтә. Беҙҙә генә түгел, башҡа ауылдарҙа ла халыҡ кәмегәндән-кәмей бара. Элек Ямаш балалары бер урам булып теҙелешеп, йәйәүләп күрше Знаменка ауылына мәктәпкә уҡырға йөрөй ине. Унда ҙур мәктәп булды. Хәҙер бер бөртөк баланы автобус менән Керәүлегә мәктәпкә йөрөтәләр, - тип, тыуған ауылы хаҡындағы борсоулы уйҙары менән һүҙ башланы Исмәғил ағай.