Егәрленең ҡулы ете, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.Ҡапҡанан килеп кергәс тә, шунда уҡ, бында уңған хужалар көн итә, тигән уйға киләһең. Һәр әйбер үҙ урынында, бер ниндәй артыҡ нәмә юҡ, хатта, бер бөртөк сүп тә тапмаҫһың.
Һүҙем Яңы Юл ауылында ғүмер итеүсе Гөлсирә һәм Зөфәр Сынбулатовтар тураһында булыр. Бында килеүем дә юҡҡа ғына түгел. Күптән ошо өлгөлө ғаилә тураһында яҙырға ҡул ҡысый ине, бына әле сәбәбе лә сығып тора. Сөнки улар быйыл үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләп үттеләр.