Все новости

Алтынға тиң ғүмер

Бәхетле, парлы ғүмер кисереүсе Салауат Хәйбулла улы менән Фәнүзә Шамил ҡыҙы Хәсәновтар алтынға тиң ғүмер кисереүселәр – алтын туйҙарын туйланылар. Елдәй иҫеп, һыуҙай ағып, ҡайһы арала уҙып киткән был ғүмерҙәр. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреп, парлы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар, бөгөнгө көндә алты ейән-ейәнсәрҙәренә бәхетле олатай менән өләсәй улар.

Алтынға тиң ғүмер
Алтынға тиң ғүмер

Матур парҙы алтын туйҙары менән ҡотларға Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы исеменән Илгиз Вәлиев, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Асҡар Кинжәлиев исеменән Гөлназ Хәлитова, гармунсы-ауылдаш Фәнис Рахманғолов килделәр. Иҫтәлекле бүләктәр, йыр-моңдар бүләк иттеләр. Күңелдә күпме хәтирәләр яңартылды.

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА, Мораптал мәҙәниәт йорто режиссеры.

Нәсимә апайҙың хаты тулы вариантта гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: