Ә был һөйләм эсендә күпме мәғәнә ята. Көс, тырышлыҡ, ваҡыт, хәләл...
Вахитовтар үҙҙәре ауыл тотҡаһы - ир ғаиләнең генә түгел, ауылдың башлығы, өҫтөндә, Илкәнәйҙән тыш, йәнә 4 ауыл. Апайҙың да шулай, фельдшер ҙа ул, ошо бөтөн ауылдар халҡын ҡарай.
Беҙгә ебәрелгән хәбәр ярлы - Вахитовтар бай. Ҡаҙҙары тураһында, ғөмүмән, матдилыҡ хаҡында түгел һүҙ, күңелдәре менән байҙар (Ышанмаһағыҙ, илкәнәйҙәрҙән һорағыҙ).
Биш ауылдың рәхмәттәре бишләтәгә ҡабатланып ҡайтһын. Ризыҡ менән тамаҡ, рәхмәттәр менән йөрәктәр тулһын.