Ашыҡмай татыйыҡ

Шулайыраҡ китте - барыһы ла тиҙ эшләнә. Райондың "Йәш ғаилә" конкурсы менән дә шулай, ай башында ғына иғлан иттеләр һәм бына йомғаҡ та яһарға кәрәк. Барлығы 4 ғаилә сығыш яһай, барыһы ла шәптәр, әле баш ватып ултырған мәлебеҙ, кемеһенә ниндәй урын бирергә (беҙ жюри составында).

Добавить в предпочтительные источники Google
Ашыҡмай татыйыҡАшыҡмай татыйыҡ
Ашыҡмай татыйыҡ

Конкурсҡа йомғаҡты киләһе аҙнала яһарға кәрәк тә, барыһын ла бүләкләп ҡуйырға кәрәк. Әйткәндәй, Гран-Приға бүләкте һеҙ алығыҙ тип беҙҙе ныҡ ҙурлап ташланылар. Рәхмәт. Ҡайҙа барып ҡарарға була конкурсты - ошонда https://vk.com/molodej_kyurgaza?w=wall-56082052_4428

Конкурс онлайн бит. Ә, онота яҙғанбыҙ, кемдәр ҡатнаша был мәртәбәле бәйгелә, бына улар:
Канбековтар (Свобода биләмәһе),
Логиновтар (Бахмут),
Рахманғоловтар (Свобода),
Дорофеевтар (Ермолаево).
Нимә әйтергә? Барыһы ла тиҙгә әйләнһә лә, тормошобоҙ аҡрыныраҡ аҡһын ине, ғаилә бәхеттәрен ашыҡмай, яйлап татығы килә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас