- Ауылда ла үҙҙәрен хөрмәт иттеләр. Һуңғы алты йыл тирәһе, әсәйем, сәләмәтлеге сикләнеү арҡаһында коляскала ултырҙы. Улдары, килендәр, күршеләр барыһы ла үҙен матур ҡаранылар, ярҙам итергә өҙөлөп торҙолар. Коляскаһы менән урамға сыҡһа ла барыһы ла үҙенә ярҙам итте. Өйөнә ремонт яһап, күстәнәстәр алып ҡайтып, бергәләп тәмләп сәй эсеү үҙе бер йыуаныс була торғайны. Мәрхүмдәребеҙ матур тормошта, хөрмәттә генә йәшәп баҡыйлыҡҡа күстеләр, шуға күңелем тыныс, - ти Камил Рауил улы.
Зилә инәй менән Рауил бабай мәрхүм булһалар ҙа уларҙың яҡты эҙҙәрен балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лайыҡлы дауам итәләр. Ейәндәре Рим Хәсәновты ғына алығыҙ, ниндәй илһөйәр ул тәрбиәләгәндәр. Иҫке Мораптал мәктәбенә капиталь ремонт яһап, ауылдаштарына ҙур бүләк эшләүе тураһында гәзиттә күп сыҡты. Уҡыу йортон киренән тантаналы рәүештә асыу сараһына үҙе ҡайта алманы, был ҡыуаныслы ваҡиғала уның өләсәһе Зилә инәй менән ағаһы Камил ҡатнашты.
- Уҡыу йортон асҡанда әсәйем шул тиклем ейәненең изге эше менән ғорурланды. Ҡыуанып торҙо, күҙҙәренә бәхет йәштәре сыҡҡанын да йәшермәне. Рим Мәләүездә тыуып үҫте, шуғалыр ҙа ауылдаштарыбыҙ, бәлки, бик белеп тә етмәгәндәрҙер үҙен. 5-се класҡа төрөк телен өйрәнеү теләге менән ул Стәрлетамаҡта уҡыны, аҙаҡ Күметауҙағы РПЛИ-ла миҙалға тамамланы уҡыуын.
Был хаҡта ҙур материал үткән һанда баҫылды.