Бер халыҡ әкиәтендә "табында күгәрсен һөтө генә юҡ тип ултырһам, уныһын да килтереп ҡуйҙылар" тип әйтелә. Бында ла шул әкиәттәгесә булды ла ҡуйҙы.
- Бынау ҙур балыҡтар Морапталдан, был ҡаҙылыҡ "Ватан"дыҡы, был мантыйҙы үҙебеҙ бешерҙек, бына ҡыҙым Диана ҡулға оҫта. Салаттарын бөтөнләй ашаманығыҙ әллә, хәҙер өҫтәлгә ит сығарам...
Яман кешенең ҡулынан яҡшы аҙыҡты ашауы ла әллә ҡалай, тамаҡҡа бармай, бында рәхәтләндек кенә. Әкиәт илендә йәшәйҙәр икән, ысынлап та, Тәржемәновтар. "Йәшәгән ти бер ғаилә, улар бик бәхетле булған, бер-береһенең күҙенә генә ҡарап, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған"- ҡулдар үҙҙәренән-үҙҙәре шулай хикәйә яҙырға тотондо. Әкиәт илегеҙҙә оҙаҡ итеп йәшәргә булһын.
.... Унда нимә эшләй йөрөнөгөҙ? Был турала тиҙҙән гәзиттә баҫылыр.