Гөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Исмәғил Ғайфулла улының бергә һоҡланғыс ғаилә булып йәшәүҙәренә 35 йыл.
Бер-береһен яратышып, ҡәҙер-хөрмәт итеп, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе яҡындарыбыҙға байрам көнөндә үҙебеҙҙең йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әлеге көндә Исмәғил Ғайфулла улы һәм Гөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы икеһе лә хаҡлы ялда, үҙҙәренең һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исем йөрөтәләр. Еҙнәбеҙ – ер кешеһе булараҡ, һөнәрҙе лә ауыл хужалығы менән бәйләнгәнен үҙләштерә һәм төрлө вазифалар башҡара: тракторист, полевод, бригадир, колхоз рәйесе урынбаҫары, бигерәк тә агроном эшен үҙ итә. Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел, тигән уй менән 2000-2003 йылдарҙа Өфө дәүләт аграр университетында белемен камиллаштыра. Апайыбыҙҙың да һөнәре яуаплы. Ул 35 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай: башланғыс кластар уҡытыусыһы булып та эшләй, мәктәп директоры вазифаһын да башҡара, ә 2004 йылда Аҡһары төп белем биреү мәктәбе асылғас, 2021 йылға тиклем физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй, директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Улар күптәргә үрнәк булырлыҡ кешеләр: өр яңынан өй төҙөп сыҡтылар, йорт тултырып ҡош – ҡорт аҫрайҙар, мал тоталар, баҡса ултырталар, барлыҡ өй эштәрен дә бергә башҡаралар. Еҙнәбеҙ һәм апайыбыҙ - бер бөтөн, бер – береһенең таянысы ла, серҙәше лә, кәңәшсеһе лә. Балаларына матур тәрбиә биреп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙылар, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә лә булышалар. Ике яҡтан туғандарын тигеҙ күрәләр. Һәр ваҡыт иғтибарлы, яғымлы, изге, ярҙамсыл улар. Беҙҙең ғаилә өсөн дә бик ҡәҙерле кешеләр. Бынан 28 йыл элек, йәш ғаилә булып Күмертау ҡалаһына күсеп килгән осорҙа, үҙҙәренең балалары кеүек ҡурсалап, бар яҡлап та ярҙам иттеләр, ышаныслы терәгебеҙ булдылар. Һеҙгә оло рәхмәтлебеҙ!
Алдағы йылдарҙа ла бәхетле, тыныс тормошта парлашып, һаулыҡ менән йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙҙең тарафтан гел рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, ҡәҙер – хөрмәтебеҙгә төрөнөп, ҡайғы – хәсрәттәр күрмәй, тик шатлыҡтарға ғына күмелеп ғүмер кисерергә яҙһын үҙегеҙгә.
Йәнегеҙ тыныс булһын, матур йәшәгеҙ,
Бәхет ҡунһын күңелегеҙ түренә.
Шулай гел шат һәм сәләмәт булығыҙ,
Арымай атлағыҙ ғүмер буйына.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын,
Имен булһын донъя – йортоғоҙ,
Бер ҡасан да һүнмәй торһон ине,
Усағығыҙҙа янған утығыҙ!
Изге теләктәрҙә генә булған балалары, туғандары, яҡындары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары исеменән Күмертау ҡалаһында йәшәүсе туғандары Йөҙөмбаевтар.