Улар икеһе лә Зәк-Ишмәт ауылыныҡы. Зәки Шәкир улы үҙенә кәләште йыраҡтан эҙләмәй, ә күрше ҡыҙы Илзиә Абдрахман ҡыҙын кәләш итеп ала һәм улар бар ғүмерҙәрен үҙҙәренең туған ауылдарына бағышлайҙар. Ғаилә башлығы ғүмер буйы механизатор булып эшләһә, хужабикә лә тәүҙә совхозда, ә аҙаҡ инде күп йылдар ауыл медпунктында санитарка булып хеҙмәт итә.
- Беҙ күрше генә йәшәнек, Зәки минән ҙурыраҡ була торғайны. Мин уның һеңлеһе менән уйнап үҫтем. Икебеҙ ҙә 7 классты тамамланыҡ. Эшләгән хеҙмәтебеҙ өсөн Почет грамоталарыбыҙ, Рәхмәт, Маҡтау хаттары, миҙалдарыбыҙ бихисап беҙҙең, хеҙмәт ветеарны тигән исем дә бирҙеләр, - ти Илзиә Абдрахман ҡыҙы.
- Беҙҙең бала саҡ булманы ла тиерлек. Һуғыш ососро балалары беҙ. Атайым 1943 йылда хеҙмәт армияһында, өлкән ағайым да хеҙмәт иткәнендә вафат булдылар.
Был һоҡланғыс пар тураһында мәҡәлә гәзиттә бөгөн тулы килеш баҫылды.