Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусылары балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, оло быуын вәкилдәрен хөрмәт, ихтирам итеү йәһәтенән күп изге эштәр башҡара. Ҡалабыҙҙың хеҙмәт ветераны Кинйәбай Закир улы Рәхимов менән булған осрашыу балаларға ошо йәһәттән бигерәк тә оҡшаны.
Хәҙерге ваҡытта Советтар Союзы заманындағы кеүек социалистик ярыштар юҡ. (Дөрөҫөн әйткәндә, илебеҙҙә күберәген эшһеҙлек хөкөм һөрә.) Тик киләсәк быуын вәкилдәренә, хәҙерге мәктәп балаларына ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең Ватан именлеге, бөйөклөгө хаҡына нисек фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәре хаҡында күберәк һөйләү, аңлатыу һис шикһеҙ кәрәк. Йәштәрҙә өмөтһөҙлөккә бирелеү тигән нәмә булырға тейеш түгел. Киләсәк донъя бит уларға ҡала. Олатайҙарынан өлгө алып, алдағы ғүмерҙәрендә илде күтәреү тап бына улар өҫтөнә төшә.
Кинйәбай Закир улы Рәхимов ошо күҙлектән сығып тәүҙә үҙенең ауыр ҙа, шатлыҡлы ла бала сағы хаҡында һөйләне. Аҙаҡ хеҙмәт юлын бәйән итте. Ул ғүмеренең 42 йылын Күмертау разрезында һоро күмер етештереүгә арнаған. Экскаваторҙар менән күмер ҡатламын соҡоп, үҙбушатҡыс машиналарға тейәгән.
Балалар хеҙмәт ветеранының фәһемле әңгәмәһен, кәңәштәрен тыңлау менән бер рәттән, уға бик ҡыҙыҡлы һорауҙар ҙа бирҙеләр.
Аҙаҡ Кинйәбай бабай менән бергәләп иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр, уға оло рәхмәттәрен еткерҙеләр.