Все новости

ТАЙМАҪЫМДАН КИТМӘЙЕМ

Мин Яңы Таймаҫта йәшәйем. 88 йәштәмен. Бынан 68 йыл элек, 20 йәшемдә, Благовар районынан килен булып төшкәйнем, шунан бирле Яңы Таймаҫ тыуған ауылыма, кешеләре күптән инде туғандарыма, яҡындарыма әйләнде.

Быйыл дауаханаларҙа оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң электән йәшәгән йортома ҡайттым. Минең ҡайтҡанымды көтөп кенә торған һымаҡ Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының 7-се класс уҡыусылары Инсаф Абдуллин, Урал Исмәғилев, Илина Хәмитова, Дарья Пивоварова, Алмаз Йомағолов һәм Глеб Баев апалары Оксана Викторовна Исмәғилева етәкселегендә килеп, ишек алдарын, баҡсаны таҙартып, йыйыштырып киттеләр. Шул хәтлем дә күңелем булды был балаларға. Бар эште лә яратып, ихлас башҡарҙылар. Ә исем өсөн генә түгел. Шундай аҡыллы, тәртипле, уңған балалар үҫтергәндәре өсөн ата-әсәләренә, матур тәрбиә биргәндәре өсөн уҡытыусыларына һәм балаларҙың үҙҙәренә лә ҙур рәхмәттәр әйткем килә.

Балаларым мине ҡалаға, үҙҙәре янына, торорға саҡыра. Шундай һәйбәт күңелле кешеләр йәшәгән ауылымды ташлап һис кенә лә ситкә китәһем килмәй. Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштар!

Мөслимә АҘНАБАЕВА
Яңы Таймаҫ ауылы

Читайте нас: