Все новости

ИФТАР АШЫНА ЙЫЙЫЛДЫҠ

Яңы Ямаш ауылы мәсетендә бар мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айында күмәкләшеп Ифтар ашына йыйылыу йолаға әүерелде. Айсыуаҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре икенсе йыл рәттән бындай изге сарала ҡатнаша.

Яңы Ямаш ауылы мәсетендә бар мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айында күмәкләшеп Ифтар ашына йыйылыу йолаға әүерелде. Айсыуаҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре икенсе йыл рәттән бындай изге сарала ҡатнаша.

Ошо көндәрҙә Ниғмәтовтар ғаиләһе ойошторған Ифтарға 30-ҙан ашыу кеше йыйылды. Райондан да күп кенә ҡунаҡтар килгәйне. Район ағинәйҙәре етәксеһе Тамара Малбаева: «Шундай матур, изге байрам үткәрәһегеҙ. Бындай саралар, хатта, районда ла үткәрелгәне юҡ әле. Был башҡаларға яҡшы өлгө булып тора. Матур, берҙәм, татыу ғаиләгеҙгә һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем», - тип рәхмәттәрен һәм изге теләктәрен яуҙырҙы. Район ағинәйе Миңзиә Ҡотлоәхмәтова, райондың «Хәйриә» фонды етәксеһе Фәнир Малбаев та үҙҙәренең яҡшы тәьҫораттарын белдерҙе. Район ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова: «Һеҙҙең мәсетегеҙ шундай матур, яҡты. Мин бында төрлө дини байрамдарға гел килеп торам. Ошондай изге ниәтле саралар үткәрелеү ауыл халҡын берләштерә. Рәхмәт һеҙгә ҙур итеп», - тине.

Ҡаҙарма ауылынан килгән Фирҙәүес апай, Уңғарҙан Зөлайха апай мөнәжәттәр уҡып ишеттерҙе. Хәйерҙәр таратып, ауыл мәсете муллаһы Пахлавон Ниғмәтов менән бергәләшеп доғалар ҡылғас, күмәкләшеп аш ашап, сәйҙәр эстек. Ошондай изге айҙа күркәм сарабыҙҙы биҙәгән ҡунаҡтарҙың барыһына ла оло рәхмәт әйтәбеҙ.

Екатерина НИҒМӘТОВА
Айсыуаҡ ауылы
Автор фотоһы


Читайте нас: