Все новости

МӘРХӘМӘТЛЕ БУЛАЙЫҠ

Телевизорҙан көн һайын Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, ауырыу балаларға ярҙам итегеҙ, тип оран ташлайҙар. Беҙҙең илдә ауырыу балаға операция яһау йәки уны дауалап булмаған осраҡта сит илгә алып барып дауалауға бик күп аҡса кәрәк. Ябай кеше ул хәтлем сумманы бер ҡасан да йыя алмай. Ошо урында ни эшләп хөкүмәткә бюджет ҡабул иткәндә шул ауырыу балаларҙы сит илгә дауалауға ебәреү өсөн бер нисә миллиард һум аҡса нз һалып ҡуймаҫҡа икән?

Ауырыу баланы тиҙерәк һауыҡтырыу мөһим. Үҙебеҙгә алмаш быуын булып үҫергә тейешле малай һәм ҡыҙҙарҙы юғалтыуыбыҙ – аяныс хәл. Ғәҙәттә үҙе нужа күргән йә бәхетһеҙлек кисергән ябай кешеләр мәрхәмәтлек ҡыла. Осон-осҡа саҡ ялғап йәшәһә лә, башҡаларға һуңғы ыштанын булһа ла сисеп бирә. «Тауыҡ һимерһә, арты бөрөшә», – тигән бик тапҡыр әйтем бар. Ә бына сереп байыған кешеләрҙең изгелек эшләргә тырышып бармауҙары йәнде көйҙөрә. Киләһе ете быуынына етерлек аҡса туплап та, аҙаҡ шуны үҙе менән бергә ҡәберенә алып китә күбеһе. Ундайҙар көн дә береһенән-береһе тәмле, ҡиммәтле деликатестар менән туҡланһа ла, барыбер артығын ашай ҙа, бер юлы 3-4 фатирында, 2-3 виллаһында ла йәшәй ҙә алмай. Өсөнсө мерседесты гаражына индереп ултыртҡансы шул миллиондарына трансплантант, ҡиммәтле дарыуҙар алып ауырыған балаларға ғүмер бүләк итһәсе бындай бәндәләр! Юҡ шул, байҙарҙа, күрәһең, мәрхәмәтлелек тигән нәмә бик самалылыр. Шулай ҙа ундайҙарҙың күптәре һауаптың кәрәклеген гүргә инер саҡтарында иҫтәренә төшөрә, тик һуң була.
Читайте нас: