Все новости

ҘУРЛАНЫЛАР, ХӨРМӘТЛӘНЕЛӘР

Яҙғы сәсеү эштәренән бер аҙ арынғас, «Искра» ауыл хужалығы эшсәндәре, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһап, хужалыҡ бүлексәләрендә күңелле ял ойошторҙолар.

Яҙғы сәсеү эштәренән бер аҙ арынғас, «Искра» ауыл хужалығы эшсәндәре, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһап, хужалыҡ бүлексәләрендә күңелле ял ойошторҙолар.

Хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләп, йәштәре буйынса хаҡлы ялға сығыусыларҙы тәбрикләп оҙаттылар. Пенсия алыу бәхетенә ирешеүселәр хужалығыбыҙҙа 16 кеше.

Хужалыҡ рәйесе Рәмил Мостафин тантананы асып, хаҡлы ялға сығыусыларға иҫтәлеккә ҡиммәтле бүләктәр тапшырып, ныҡлы һаулыҡ теләне. Баш агроном Өлфәт Исхаҡов изге теләктәрен йыр аша еткерҙе. Һабантуй быйыл хужалыҡ бригадаларында төрлө кимәлдә ойошторолдо. Абдулда бригадир Фәһим Ниғмәтуллин ауыл һабантуйы итеп үткәрһә, Яҡшымбәт бригадаһы етәксеһе Фәнит Сәлтәшев боронғоса яланда һыу буйында ҡаҙан аҫып, усаҡ яғып аш бешереп һыйланы үҙенең эшсәндәрен. Был көндө хужалыҡтың һәр ағзаһына 500-әр һум аҡса ла бирелде.

Рәүеф АБДУЛЛИН,

агроном

Яҡшымбәт ауылы

Автор фотоһы
Хаҡлы ялға сығыусы Мәлик СЫНБУЛАТОВ:

«Колхозда 44 йыл эшләнем. Ғүмерем бушҡа үтмәне. Тормош иптәшем Рәхилә менән өс ул үҫтереп, тормош юлына аяҡ баҫтырҙыҡ. Мине ҙурлап, 60 йәшемә телевизор бүләк иттеләр. Ҙур рәхмәтлемен етәкселеккә, коллективҡа».

Сәлимә ИШМӨХӘМӘТОВА:

«36 йыл Түбәнге Бабалар ауылының һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләнем. Йәштәргә, йәш буйынса беҙҙең арттан эйәреп килеүселәргә иҫән-һау хаҡлы ялға барып етеп, беҙҙең һымаҡ пенсияларын алыу насип итһен».

Гөлфирә ИСМӘҒИЛЕВА:

«36 йыл эшләнем, әле лә эшләргә дәртем бар. Мине ҙурлап, бүләктәр биргәндәре өсөн коллективыма, етәксебеҙ Рәмил Ғиниәт улына рәхмәтлемен. Шул уҡ ваҡытта күңелде пенсия реформаһы борсолдора. Пенсия йәшен арттырыу беҙҙең кеүек ауыл кешеһе өсөн ыңғай һөҙөмтә биреренә шигем ҙур».
Читайте нас: