Етенсе йыл афған һуғышы бара ине. «Афғанға ғына алып китерҙәр инде һине бындай тәртибең менән», - тиҙәр уға ауылда тәжрибәле ир-ат. Һәм шулай булып сыға ла. Эсмәгән, тартмаған әҙәпле егет булып үҫеп етә Марат. Өтәүенә, сәләмәтлеге типһә тимер өҙөрҙәй. 1986 йылдың 19 апрелендә әрме сафына саҡырыла ул. Алты йәштән үҙ ауылы мәктәбенә уҡырға төшөп, Илкәнәй урта мәктәбен тамамлаған, шофер һөнәрен үҙләштергән, слесарь булып эшләргә өлгөргән ине инде Марат Миһранов.
Инженер-саперҙар ғәскәрендә хеҙмәт итергә тура килә уға. Яуаплылыҡ тойғоһо көслө булған йәш һалдатҡа «Тормош юлы» («Дорога жизни») тип аталған бик мөһим участокты ышанып тапшыралар. Унда өс күперҙе күҙәтеү аҫтына ала ул. Шулай уҡ Афғанстандың баш ҡалаһы Кабул янында 40 мең гектар йәшеллекте һәм илдең төньяғындағы тауҙарҙы миналарҙан таҙарта уларҙың саперҙар ротаһы.
«Кем иң бейектә, шул көслө. Биш километр юғарылыҡтағы беҙҙең нөктәләрҙе тәьмин иттек, - тип һөйләй Марат Хөснулла улы. - Ашау юҡ, йоҡлау юҡ. Ә иң ҡыйыны — һыу юҡ. 60 градустан ашыу эҫелектә һыуҙың һәр тамсыһы иҫәпле, туғыҙ ай буйы йыуынманыҡ. Ун һигеҙ йәшлек егеттәрҙең сәстәре, тештәре ҡойола. Бомба шартлауҙан ҡул бармағым өҙөлдө, ҡолағым яраланды. Шул саҡта мөғжизә булды: Кәлимулла олатай төшөмә керҙе. «Улым, түҙ», - тине. Рәссам түгелмен шул, мин уның ҡиәфәтен һүрәткә төшөрөр инем. Ә бит олатайымды бер ҡасан да күргәнем юҡ ине. Шунда аңланым: теге донъя менән был донъя араһында бәйләнеш бар. Күрәһең, ата-бабаларыбыҙҙың рухтары беҙҙе күҙәтә, һаҡлай. Әсәйем дә минең хәлемде һиҙгән. Ниндәй алыҫта булһам да! Хоҙай бар бит ул».
Һары ауырыуы менән сирләп госпиталдә лә ята һалдат. Әммә, ғүмере булғас, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. «Ҡайтыр алдынан, «бисмилла» тип, һуңғы фугасты һүттем дә, командирҙың танау төбөнә килтереп:
- Нимә еҫе килә? - тип һораным.
- Үлем еҫе килә, - тип яуап бирҙе ул.
Йәшлек - йәшлек инде, ҡайтырға әҙерләнгәндә шулай булышыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Йәш саҡта уйламайһың бит ул. Хәҙер уйлай башланым. Ни тиклем ҡурҡыныс өҫтөндә йөрөгәнбеҙ икән? Колонналар, беҙ юлды миналарҙан таҙартмайынса, ҡуҙғалмай ине. Саҡ ҡына яңылыш баҫтыңмы — йә ғүмерең менән хушлашаһың, йә аяҡ-ҡулһыҙ ҡалаһың. Ер аҫтынан ҡапыл килеп сығалар ҙа душмандар колоннаға терәп тиерлек ут асалар. Тимер ярсыҡ әле лә терһәгемдә тора. Ҡатыным Таңһылыу, алдыртып ташлайыҡ, ти. Ә мин: «Ҡалһын иҫтәлеккә», - тим. Уныһы ғына пустяк», - тип ҡул һелтәй ветеран.
«Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, Ташҡойоға ятып туйғансы һыу эсер инем», - тип әйтеү әйткән булған һалдат. Ул һуғыштан ҡайтышлай тыуған ауылы шишмәһенең теште ҡамаштырырҙай һалҡын, зәм-зәм һыуылай татлыларҙан-татлы һыуын йотлоғоп эсә, шунан тыуған еренең хуш еҫле сәскәләре араһында ятып йоҡлай. Шунан һуң ғына атай йортона ҡайтып керә... Был 1988 йылдың 11 июне була. «Ундай һыу башҡа бер ерҙә лә юҡ!» - тип йөрәкһенеп әйтте күпте күргән, күпте кисергән ир уҙаманы. Үҙәгенә үткәндер инде иҫ киткес эҫелә һыуһыҙ интегеүҙәре. Яугирҙең һөйләгәндәрен иламайынса тыңлау мөмкин түгел ине...
Быйыл ул ваҡиғаларға 30 йыл булды, ә ветерандың үҙенә 50 йәш тулды. Ниндәй тамуҡ уты аша үткән булһа ла, уның күҙҙәре нур сәсеп тора, йөҙөнән әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ бөркөлә. Тик изге йөрәкле кешеләр генә шулай була ала. Һуғыш уның күңелен ҡатырмаған, ҡот осҡос ауырлыҡтар кисерһә лә, кеше булып ҡала белгән. Игелекле ил азаматы афған балаларына ла ярҙам ҡулы һуҙған, һуғыштан ҡайтҡас та эшендә күп кешеләрҙе ҡотҡарырға тура килгән. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнгән ул әрмелә. Хатта афғанса һөйләшә лә белә, һүҙлеге лә бар. Әйткәндәй, уның өйөндә Афғанстандан иҫтәлеккә алып ҡайтҡан әйберҙәрҙән үҙе бер музей ойошторорға була. Мәҫәлән, унда бергә хеҙмәт иткән иптәштәренең адрестары яҙылған блокнот, фотоальбом, мина ярсыҡтары, сәғәт, дикобраз энәһе һ.б. бар. Әсәһенә бүләккә япон яулығы алған булған, ләкин уны сик буйында алып ҡалғандар, шулай уҡ һалдат ҡайышын да бирмәгәндәр. Әсәһе — Хәмиҙә еңгәй — һауынсы булып эшләй ине, Марат барлыҡ һауынсыларға шоколад өләште. Улының һуғыштан яҙған хаттары ла әсәлә һаҡлана.
Миһранов Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән булған, әммә штаб янып, бөтә мәғлүмәт юҡҡа сыға, шул арҡала был награда юғалып ҡала (бындай хәлдәр һуғышта йыш була). «Рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы, «Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 20 йыл тулыуға ҡарата» һ.б. миҙалдар, М. Горбачевтың Маҡтау грамотаһы, үҙ часы командованиеһының Рәхмәт хаты бар. «Миҙал әһәмиәтле түгел, иң мөһиме — имен-аман ҡайтыу», - ти ул. Марат ҡайтҡас, 86 йәшлек Мәғәфиә өләсәһе вафат була. «Һин ҡайтҡас, үлһәм дә була, улым», - тип әйтә үлер алдынан.
Өс ай ял иткәс, Марат Миһранов элекке эшенә, Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһына бара һәм 30 йылға яҡын шунда водитель булып эшләй. Күмертау ҡалаһында йәшәһә лә, ауылына йыш ҡайта, туғандарына ярҙам итә, ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, мәрхүмдәрҙе ерләшә, зыяратты рәткә килтерә, малайҙарҙы ла шул изге эшкә йәлеп итә. Һуғыш уны тормоштоң ҡәҙерен белергә, күп нәмәне аңларға өйрәтә. Шуға күрә лә ул намыҫлы, алдашыуҙы яратмай. Үҙенең балаларын да, туғандарының малайҙарын да шул юҫыҡта тәрбиәләй. Бөтә ауыр хәлдәрҙән дә сығыу юлы бар, тип өйрәтә. Уларҙа эшһөйәрлек, илһөйәрлек сифаттарын үҫтерергә тырыша. «Тырышмайынса бер нәмә лә булмай», - тип әйтә ул малайҙарға йыш ҡына. Үҙе уларға өлгө булып тора. Мырҙаһына өй һалышты, ихатаны тәртиптә тота. «Ниңә үҙеңде әҙерәк һаҡламайһың?» - тиҙәр уға. Әммә ул ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Уңған булһа ла, Себергә эшкә китергә теләмәй, малайҙарҙы ла ебәрмәй: «Нәҫелде ишәйтегеҙ, әйҙә. Беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ».
Малайҙар менән ғорурлана ветеран. Ғорурланмаҫлыҡ түгел шул. Афған һуғышында ҡатнашыусыларҙың 80 проценты ауыл егеттәре ине. Әле лә малайҙар бирешергә тейеш түгел. Уның улы Фидан да, Илдус ҡустыһының улы Илмир ҙа, Стәрлетамаҡтағы туғаны Кәрим дә әрмелә хеҙмәт иттеләр. «Нимә генә тиһәләр ҙә, беҙ ил алдындағы бурысыбыҙҙы үтәнек, илебеҙҙе һаҡланыҡ, яҡланыҡ», - тигәйне яугир. Тимәк, ил һаҡсыларына лайыҡлы алмаш үҫә. Фидар әрменән ҡайтҡас, сәғәт ярымдан һуң Илмир китте хеҙмәткә. Илмир хәрби хеҙмәттәр ҡайтып төшкәс, Һауа десанты ғәскәренең флагын елберҙәтеп, автомобилдә ауыл урамы буйлап елдереп килделәр егеттәр. Ай, афариндар! Фидан - «Лучший призывник года» конкурсында республика буйынса беренсе урынды алған егет. Тау колледжынан һуң Ырымбур университетының Күмертау филиалында уҡып йөрөй. Илмир Ишембайҙа нефтсегә уҡыны. Икеһе лә уҡыу йорттарын ҡыҙыл дипломға тамамланылар. Спорт менән шөғөлләнәләр, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмайҙар, тәмәке тартмайҙар. Бына нимә ул атай өлгөһө! Ҡыҙы Фидалиә медучилищены тамамланы, Стәрлетамаҡта йәшәй.
Марат Хөснулла улына ҡайҙан килгән шул тиклем аҡыллылыҡ, әҙәплелек? «Олатай-өләсәйҙәр тәрбиәһе. Ҡанға һеңгән», - ти ул, йылмайып. Уның өләсәһе, Мәғәфиә инәй, дини кеше ине, күршелә генә ике мулла — Хәмиҙулла менән Ғибаҙулла бабайҙар йәшәне. Уларҙан инсафлыҡҡа өйрәнһә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Зариф һәм Нәҡи бабайҙарҙың патриотизм тәрбиәләүҙә йоғонтоһо була. Шулай уҡ Әнүәр, Ғәббәс ағайҙар 4-әр йыл Германияла хеҙмәт итәләр. Улар барыһы ла башынан үткәндәрен ауыл малайҙарына бәйән итә.
Марат Кәлимулла олатаһының һөйәктәрен булһа ла табырға өмөтөн өҙмәй. Кәлимулла Ғирфан улы Миһранов 53 йәшендә һуғышҡа алынып, йыл ярым һуғышҡас, хәбәрһеҙ юғала. Бына шул олатай Афғанстанда уның төшөнә керә. «Афғанстанды тағы барып күргем килә», - ти интернационалист яугир. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен күреп, ҡосаҡлағыһы килә. Улар бер туғандар кеүек булып бөткән.
1 июлде Бөтә Рәсәй локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар көнө итеп билдәләргә уйлайҙар, В. Путин шундай күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Күмертауҙа яугир-интернационалистарға арналған һәйкәл бар, шунда митингылар уҙа. Беҙҙең герой ҙа унда һәр ваҡыт ҡатнаша. Эйе, беҙ батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. «Хоҙай күрһәтмәһен башҡа беҙ күргәндәрҙе», - ти Бәләкәй Муса ауылының арҙаҡлы ир-уҙаманы.
Ғаилә архивынан алынған фотола: яугир-интернационалист Марат Миһранов улы Фидан менән.