Все новости
Редакция почтаһынан
4 Сентября 2018, 10:12

БЕЛЕҮСЕЛӘР БАРМЫ?

Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа һәләк булған меңәрләгән һуғышсы хәҙерге Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе биләмәләрендә билдәһеҙ һалдат булараҡ ерләнгән.

Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа һәләк булған меңәрләгән һуғышсы хәҙерге Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе биләмәләрендә билдәһеҙ һалдат булараҡ ерләнгән. Эҙәрмәндәр йыл һайын шул һалдаттарҙың исемдәрен асыҡлап, был хаҡта уларҙың туғандарына хәбәр итә. Быйыл да эҙәрмәндәрҙең «Эпоха», «Юнармия» ойошмалары немец фашистарынан Ленинградты һаҡлағанда һәләк булған өс меңдән ашыу һуғышсының исемдәрен асыҡлай алды. Улар араһынан 145-е - Башҡортостандан. Был исемлектә Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән Ғабдулхай Мөхәмәтйәнов та бар. Ул 1899 йылғы, рядовой, хәрби подразделениеһы - 11 СД, һуғышҡа Көйөргәҙе районы хәрби комиссариатынан саҡырылған, ҡатыны - Хәтирә Мөхәмәтйәнова, йәшәгән урыны - Көйөргәҙе районы. Әгәр Ғабдулхай Мөхәмәтйәновты белеүселәр булһа, был хаҡта түбәндәге адрес һәм электрон почта адресына хәбәр итә алаһығыҙ: РФ, город Санкт-Петербург, улица Морская набережная, 17, офис 684; телефон: 8-911-216-81-2; электронная почта: www.epoha-union.org. Шулай уҡ «Юшатыр» гәзитенә лә һеҙҙән шылтыратыуҙар көтәбеҙ.
Читайте нас: