Бөгөн Абдул ауылында йәшәгән бик тырыш ғаиләләрҙең береһе хаҡында яҙып китмәксемен. Улар — Ғаяз һәм Гөлнара Яхиновтар
Был ғаиләнең йорто ауылыбыҙ мәсете менән күрше генә урынлашҡан. 2013 йылда Абдулда мәсет асылғаны бирле Ғаяз менән Гөлнара Яхиновтар мәсеткә күп ярҙам итәләр. Һәр дини байрам һайын улар төрлө тәм-том бешереп халыҡты һыйлайҙар. Мәсеттә уҙғарылған бер генә сара ла уларҙың ярҙамынан тыш үтмәй. Гөлнара мәсеттең тирә-яғында күҙҙең яуын алып торорлоҡ аллы-гөллө сәскәләр үҫтерә. Үзбәкстандан күсеп ҡайтҡан Яхиновтар ғаиләһе бигерәк тә егәрле инде. Улар йорттары эргәһендә теплицалар эшләп, унда күп итеп ҡыяр һәм помидор үҫтерәләр. Үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙе ауыл халҡына һаталар, Күмертауға ла күмәртәләп тапшырып торалар. Ҡыш буйы үҙебеҙҙең ауыл магазинында улар үҫтергән ҡыяр, помидор, кишер кеүек йәшелсәләр була. Сәскә үҫентеләре лә үҫтереп һаталар.
Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр Ғаяз менән Гөлнара. Балалары барыһы ла хәҙер үҙ ғаиләләре менән йәшәй һәм ата-әсәһенә ҙур ярҙам итеп торалар. Ауылда йәшәгән ҡыҙҙары Лилиәнең ғаиләһендә өс бала үҫә. Күмертауҙағы ҡыҙҙары Гөлсинә бер ул үҫтерә. Улдары Рәфис тә Күмертауҙа донъя көтә. Уларҙың ғаиләһендә ике бала үҫә. «Балаларыбыҙ беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Уларһыҙ эшебеҙ алға китмәҫ ине. Рәфис улыбыҙ ялдарында ҡайтып, бөтә эштәрҙе эшләп китә. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә ярҙам итешә башланы», - тиҙәр Ғаяз һәм Гөлнара Яхиновтар балалары хаҡында. Эйе, балалары ла бик егәрле шул уларҙың. Ғәйет байрамдарында Яхиновтар ғаиләһе күмәкләп йүгереп йөрөп ярҙамлашалар.
Ғаяз һәм Гөлнара үҙҙәренең әниҙәрен дә матур итеп тәрбиәләнеләр. Яхиновтарҙың уңғанлығы хаҡында ниндәй һүҙҙәр менән генә әйтһәң дә аҙ кеүек. Бына шундай бөтә яҡтан да өлгөлө, егәрле ғаилә йәшәй беҙҙең ауылда.