Все новости
Редакция почтаһынан
28 Сентября 2018, 14:21

ТУҒАН ТЕЛ ЯҘМЫШЫ КЕМ ҠУЛЫНДА?

Күптән түгел Өфө ҡалаһының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетында Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы ойошторған кәңәшмә булып үтте.

Күптән түгел Өфө ҡалаһының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетында Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы ойошторған кәңәшмә булып үтте. Унда татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район-ҡалаларҙың хакимиәт вәкилдәре, ижтимағи ойошмалар етәкселәре, матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.


Кәңәшмәне автономия етәксеһе Римма Әмир ҡыҙы Үтәшева алып барҙы. Был мөһим сара ваҡытында һәр кем үҙенең уй-фекерен белдерергә, аңлашылмаған һорауҙарына яуап табырға теләне.

Билдәле булыуынса, 3 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин 33-сө һанлы Федераль Законға үҙгәрештәр индереү тураһындағы Законға ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе уҡытыу буйынса төп Закондағы үҙгәрештәр ата-әсәләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, уларға туған телдәрҙе һайлап алыу хоҡуғы бирелде. Шулай итеп, туған тел яҙмышы ата-әсәләр ҡулына тапшырылды.

Ниндәй генә Закондар ҡабул ителһә лә, эште ойоштороу үҙебеҙҙән тора.

Туған телде уҡытыу сифаты, беренсе сиратта, уҡытыусыға бәйле.

Уҡытыу юғары дәрәжәлә ойошторолһа, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы була. Туған телгә мөнәсәбәт үҙгәрһен ине. Сәғәттәр һаны күберәк булһа, күпкә еңел, әлбиттә. Туған телде һаҡлау мәсьәләһе хәҙерге заманда бик киҫкен тора. Уны уңай хәл итеү буйынса уҡытыусы бер үҙе генә эшләргә тейеш түгел.

Кәңәшмәлә уртаға һалып һөйләрлек мәсьәләләр күп булды. Яңы Федераль белем биреү стандарттарына ярашлы төҙөлгән дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, ҡулланма материалдар Өфөләге «Китап» нәшриәтендә баҫыла. Кластан тыш уҡыу китаптарында республикабыҙҙың татар һәм башҡорт шағирҙары, яҙыусылары ижадына ҙур урын бирелә. Башҡортостан ерлегендәге материалдарҙы ҡулланып төҙөлгән татар теле дәреслектәре менән эшләү бик уңайлы һәм отошло. Ләкин был дәреслектәрҙе хәҙер бары тик уҡыу әсбаптары итеп кенә ҡулланырға була. Улар Рәсәй Федерацияһы министрлығы тарафынан федераль исемлеккә индерелмәгән. Ҡазан ҡалаһында баҫылған татар теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре менән генә уҡытырға була. Ләкин улар бик аҙ күләмдә алынған. Сәбәбе: финанс мөмкинлектәренең сикле булыуы. Бына ошо мәсьәлә автономия етәкселеген, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен һәм татар теле уҡытыусыларын борсоуға һала.

Телде өйрәнеү, шул телдә аралашырға өйрәтеү еңел эш түгел. Был эште ни тиклем иртәрәк башлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ. Бына шуға күрә балалар баҡсалары мәктәптәр менән берлектә эшләргә тейеш. Бындай ыңғай тәжрибә республикабыҙҙа бар.

Туған тел яҙмышы бөгөн кемдәр ҡулында, иртәгә ул кемдәр ҡулына күсер? Ана шул һорауҙарға яуап эҙләне кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.
Читайте нас: