Редакция почтаһынан
2 Октября 2018, 05:25

ӨМӘГӘ СЫҠТЫҠ

29 сентябрҙә Яҡуп ауылы зыяратында үткән өмәгә бик күп кеше килде.

29 сентябрҙә Яҡуп ауылы зыяратында үткән өмәгә бик күп кеше килде. Иң ҡыуандырғаны — уҡыусыларҙың да ҡатнашыуы. Беҙҙең уҡыусылар спортта ла, эштә лә һынатмайҙар. Мәктәп директоры үҙе лә, уҡытыусылары ла өмәлә бик әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Күмәкләшеп, һә тигәнсе зыяратты сүп-сарҙан таҙартып та ҡуйҙыҡ. Йәй көнө сабып ҡуйылған үләнде һәм иҫкергән таҡталарҙы ла йыйҙыҡ. Механизатор Фәрит Яҡупов үҙенең тракторы менән сығып, сүп-сарҙы тейәп алып китте.

Барлыҡ ауыл халҡы исеменән өмәлә ҡатнашыусыларға оло рәхмәт әйтәбеҙ.
Читайте нас