Все новости
Редакция почтаһынан
9 Октября 2018, 10:44

БЕР МИНУТ ТА ТИК УЛТЫРМАЙҘАР

Өфөлә 30 сентябрҙән 2 октябргә тиклем III Бөтә Рәсәй "көмөш" ирекмәндәр форумы үтте.

Өфөлә 30 сентябрҙән 2 октябргә тиклем III Бөтә Рәсәй "көмөш" ирекмәндәр форумы үтте. Форумда төрлө төбәктәрҙән 50 йәштән өлкән 500 самаһы иң әүҙем "көмөш" ирекмәндәр йыйылды.


Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Ул үҙенең сығышында һуңғы йылдарҙа ирекмәнлектең мөһим институтҡа, граждандар йәмғиәтен алға әйҙәүсе көскә әйләнеүен билдәләне. Форум Ирекмәндәр йылы сиктәрендә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы, ирекмәндәр үҙәге Ассоциацияһы, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында үткәрелде.

Владивосток, Пермь, Курск, Красноярск, Волгоград, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, яңы дуҫтар тапты, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Уларҙың барыһы ла, төрлө йәштә булыуҙарына ҡарамай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Конгресс-холдың залдарында бер үк ваҡытта социаль проект буйынса артабан эш башҡарыу, фекерҙәштәр табыу һәм барыһын да тормошҡа ашырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре барҙы. Бындай ҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙы йәштәр форумдарында ла һирәк осратырға мөмкин. Улар бер минут та буш ултыра алмай. Хатта, тәнәфес ваҡытында ла балалар йорттары өсөн ҡалын ҙур шәл бәйләнеләр.

Форумдан һәр кем яңы таныштар, матур тәьҫораттар алып, ижади күтәренкелек менән ҡайтты. Шундай матур сарала ҡатнашыуым өсөн мин үҙем дә бик шатмын.
Читайте нас: