Үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тиҙәр. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙға зыяратҡа керергә ярамай, тигән һүҙ менән мин бер ҙә генә килешмәйем.
Зыяратыбыҙҙа ҡарауһыҙ ҡалған ҡәберлектәрҙе йыш осратырға тура килә. Уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең туғаны, яҡыны иҫән-һау бит. Тик ҡайһы бер кешеләргә иғтибар, ихтирам хистәре етеп бөтмәй. Тәрбиәләнмәгән ҡәберлектәрҙе ҡарап, йән әрней. Ирекһеҙҙән, был кешеләр шул ҡәҙәре ҡаты бәғерлелер, тип уйлап ҡуяһың. Үҙебеҙҙән һуң киләһе быуынға ниндәй үрнәк күрһәтәбеҙ һуң беҙ, кешеләр!? Ҡайһы берәүҙәр олатай-өләсәйҙәренекен генә түгел, хатта атай-әсәйҙәренең дә ҡәберен белмәй бөгөнгө көндә. Үрҙә яҙғанса, ҡайһы бер дин әһелдәренең ҡатын-ҡыҙға зыяратҡа кереү ҡәтғи тыйыла, тигән һүҙҙәре менән һис тә килешә алмайым. Башына яулығын бәйләп, тәһерәт алып, зыяратҡа керһә, унда йыйыштырып, доғалар уҡып сығыуҙың бер зыянын да күрмәйем мин. Сүп баҫып, ташландыҡ хәлдә ҡалғанға ҡарағанда, шау сәскәле гөлдәргә төрөнөп ултырған ҡәберлектәр әрүахтар рухын бер ҙә рәнйетмәйҙер.
Зыяраттарҙан ҡайһы берәүҙәр әйбер алып сыҡмай. Буяу һауыттары, бумала, буш шешәләр, бирсәткәләр ҡайҙа буяғандар, шунда ятып ҡала. Был яман ғәҙәт. Зыярат бит сүплек түгел. Зыяратта сүп ҡалдырырға ярамай. Сүбеңде йыяһың да, сүп ташлай торған урынға килтереп һалаһың. Ҡәбер ҡаҙғанда ҡулланған эш ҡоралдарын берәү ҙә ташлап китмәй ҙә инде. Тағын да, урыҫтарға оҡшатып, ҡәберҙәрҙе яһалма сәскәләр менән биҙәү бер ҙә килешмәй. Тере сәскәләр ултыртһаң, хәйерлерәк. Шулай уҡ үлгән кешенең фотоһын ҡуябыҙ. Ул фотолар гел хәтергә төшөрөп тора. Фотокүргәҙмә түгел дә инде ҡәберлек.
Юҡ-юҡта ҡайһы бер кешеләр ҡәберлектән инструментты һелтәйҙәр. Был да яраған эш түгел. Берәү балтаны алып ҡайтып киткәнен күреп, балтаны алып кил, тинем. Алып килә алманы, ҡапыл ғына гүр эйәһе булды. Берәүҙәр өй эшләп маташа ине. Зыяраттан 80 яңы штакетникты алғандар. Ул өй төҙөлмәне лә, ғаилә лә тарҡалды. Тағы берәү 4 яңы имән бағананы алып ҡайтты. Был ғаилә лә тарҡалды. Шуның өсөн дә зыяраттағы нәмәне тейергә ярамай. Ундағы инструменттар бөртөкләп йыйыла. Мин үҙем генә 2009 йылда Төйлөгәндән 7 көрәк алып ҡайттым. 2012 йылда Күмертауҙан тағын 7 көрәк алып ҡайттыҡ. Тағы ла бер нәмә: Күмертауҙан, Мәләүездән мәрхүмдәрҙе алып киләләр. Уларҙың ләхет таҡталары булмай. Әйҙә, унан килеп, ауылда эҙләйҙәр. Бирәһең инде бушҡа. Минән генә 17 кеше алды. Ошо урында мин нәмә әйтергә теләйем. Сит ҡалаларҙан алып килгән үлгән кешеләрҙең туғандары 1000 һум аҡса бирһендәр ине. Быны берәй закон менән нығытып ҡуйғанда ла арыу булыр ине. Тегенеһен-быныһын алырға аҡса булыр ине исмаһам. Әле бына хәҙер килеп Яңы йылдан сүп-сарҙы йыйып Ишембайға ташыясаҡтар, һәр өйҙән аҡса йыясаҡтар. Ә зыярат өсөн кем түләр? Быйыл ғына 5 «Жигули» машинаһы арбаһы һәм 1 трактор арбаһы сүп булды. Тағы ла бесән ташый торған арба менән 1 йөк бесән тейәлде. Зыяратты тәртиптә тотоу һәр кемдең изге бурысы. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай. Зыярат — ул мәңгелек йорт.