Ҡалабыҙҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында бай йөкмәткеле сығышы менән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө булып китте.
Тарихи әҫәрҙәрҙән төҙөлгән программа мөнәжәт, ҡобайыр, халыҡ, композитор йырҙары. Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, электромузыка, һуҡма уйын ҡоралдары моңдарына күмелеп, үҙҙәренә генә хас бер моң менән тарих төпкөлөнә байҡау яһала.
Ринат Рамаҙановтың күкрәктән, йөрәктән сыҡҡан өзләү моңо томандар аша, халҡыбыҙҙың батыр шәхестәрен кәүҙәләндергәндәй булды. Тамашасы «арғымаҡтар»ҙың һәр бер сығышына, йырҙарына ҡушылып, дәртле бейеү көйҙәренә бейеп, уларҙы дәррәү алҡыштарға күмде.
Коцерт һуңынан күмертауҙар Өфө артистарын аяғүрә оҙайлы алҡыштарға күмеп оҙатып ҡалды.