Все новости
Редакция почтаһынан
9 Ноября 2018, 10:36

ИЛҺАМ АЛАМ КӨҘҘӘРҘӘН

Бына инде алты йыл дауамында Мәҙәниәт министрлығының инициативаһы менән ноябрь айының тәүге аҙнаһында «Сәнғәт төнө» ойошторолоп килә.

Бына инде алты йыл дауамында Мәҙәниәт министрлығының инициативаһы менән ноябрь айының тәүге аҙнаһында «Сәнғәт төнө» ойошторолоп килә.


«Сәнғәт төнө»н уҙғарыуға «Сәнғәт берләштерә» һәм Ғаилә йылына бағышланған темалар тәҡдим ителде. Ошо уңайҙан беҙ ҙә Мораптал ауылының мәҙәниәт усаҡтары менән берләшеп «Сәнғәт берләштерә» - Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылдыҡ.

Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад кешеләре менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында осрашыу кисәһе ойошторҙоҡ. Осрашыуға яҡташыбыҙ, йәш ҡәләм оҫтаһы, уҡытыусы – Рәмилә Карамат ҡыҙы Ҡужаҡова, ошо өлкәнән йыраҡ булмаған, ғүмерҙәрен йәш быуынға белем биреүгә бағышлаған ветеран уҡытыусыларыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Осрашыуҙы «Илһам алам көҙҙәрҙән» тип атаныҡ.

Осрашыуҙы Рәмилә Карамат ҡыҙының 2014 йылда йөрәгеннән сыҡҡан һүҙҙәре менән башлап киттек.

...Үҙем өсөн генә шиғыр яҙам…

Быны һис кем, бер кем белмәһен…

Кемдер уҡып, аҡ ҡағыҙға теҙгән

Саф хистәрҙән бер үк көлмәһен…

- Рәмилә Карамат ҡыҙы, осрашыу «Илһам алам көҙҙәрҙән», тип атала. Был һүҙҙәр һеҙгә яҡынмы, һеҙгә тура киләме? Нимәнән, ҡайһы ваҡытта һеҙгә илһам килә?

–Теләһә ҡайһы ваҡытта шиғыр яҙайым әле, тип яҙып булмай. Ниндәйҙер тетрәнеү, ҡыуаныс кисерһәң, яманһыулап китһән, шул ваҡытта үҙенән-үҙе шиғыр тыуа. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы була. Ошо матурлыҡты тоя белһәң, шул миҙгелгә ҡарата яңы шиғырҙар ижад ителә.

- Илһам килһә, илһамланам, тибеҙ. һеҙҙең тормош иптәшегеҙ Илһам ағай ижадығыҙға тәьҫир итәме һәм ул һеҙҙең ижадығыҙҙы нисек ҡабул итә?

- Уның исеме есеменә тура килә. Тормош иптәше итеп һайлауыма үкенмәйем. Баштараҡ: «Хыялый», - ти ине. Ныҡлы ижад итә башлағас, әлбиттә, ул шиғырҙарымдың тәү уҡыусыһы һәм ижадымды йылы ҡабул итеүсе булып тора.

Биргән һорауҙарыбыҙға тулы яуаптар алып, уның тәүге һәм яңы ижад емештәре менән таныштыҡ. Килгән ҡунаҡтар ҙа, һәр береһе үҙ фекерен әйтеп, теләктәрен, йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Рәмилә Ҡужаҡованың ижадында лирик шиғырҙар күп, һәр шиғыры күңелгә ятышлы, тормошсан. Бөгөнгө көндә уның шиғырҙарына Дамир Солтанов, Гөлнур Абдуллина, Рәмил Туйсин көй сығарып, йырҙар яҙғандар. Кисәлә шул йырҙарҙың яҙмаларын тыңлап үттек.

Кисә барышында яҡташыбыҙ, 60-сы йылдарҙа Мораптал урта мәктәбендә эшләп китеүсе, танылған яҙыусы Закир Әҡбәров ағайҙың килеп кереүе, Рәмилә Карамат ҡыҙының Күмертау, Көйөргәҙе районы яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, уға ыңғай баһа биреүе, яңы сыҡҡан «Йылдар һәм юлдар» исемле китабын бүләк итеп китеүе, кисәбеҙҙе тағы ла йәмләп ебәрҙе.


Читайте нас: