Все новости
Редакция почтаһынан
7 Декабря 2018, 12:12

ОЛО БҮЛӘК

Шәбағыш уҡыусылары А.С. Пушкин ижадын өйрәнеүҙән бер ҙә генә туҡтамайҙар. Улар бөйөк рус шағирының тормош юлын һәм ижадын үҙҙәре белеп кенә ҡалмай, ә шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша.

Шәбағыш уҡыусылары А.С. Пушкин ижадын өйрәнеүҙән бер ҙә генә туҡтамайҙар. Улар бөйөк рус шағирының тормош юлын һәм ижадын үҙҙәре белеп кенә ҡалмай, ә шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша.


Бийск ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй әҙәбиәт марафонында Шәбағыш мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты. Рәсүл Ишмөхәмәтов иң юғары 100 балдың 88-ҙен йыйып, Бөтә Рәсәй буйынса 4-се урынға, ә Башҡортостан буйынса 3-сө урынға сыҡты. Ул Бөтә Рәсәй кимәлендәге Сертификат һәм Диплом менән бүләкләнде. Белемле уҡыусылар тәрбиәләгәндәре өсөн мәктәпкә һәм дүртенселәрҙең класс етәксеһе, юғары категориялы уҡытыусы Гөлнара Сәлим ҡыҙы Ноғомановаға Рәхмәт хаты тапшырылды. Бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашып, призлы урын яулау, тиҙҙән билдәләнәсәк А.С. Пушкин тарихи-әҙәбиәт музейының 40 йыллығына оло бүләк булып тора.
Читайте нас: