Все новости
Редакция почтаһынан
11 Декабря 2018, 11:12

ЛИНАР СӘХНӘЛӘРҘЕ ЯУЛАР

Ҡасан ғына Республика политехник лицей-интернатының сәхнәһендә тәүге аҙымдарын яһаған Линар Вәлиев бөгөн инде Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп мәҙәниәт һарайында соло концертын бирҙе!

Ҡасан ғына Республика политехник лицей-интернатының сәхнәһендә тәүге аҙымдарын яһаған Линар Вәлиев бөгөн инде Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп мәҙәниәт һарайында соло концертын бирҙе! Был хәбәрҙе беҙ күптән көтә инек һәм, саҡырыу ҡағыҙҙарын алыу менән Стәрлетамаҡҡа юл тоттоҡ! Линарҙы ижад юлына этәреүсе, йыр сәнғәтенең нескәлектәренә, серҙәренә өйрәтеүсе, лицейҙа уҡыу дәүерендә Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҙур еңеүҙәргә килтереүсе Йәмил Заһрый улы Рафиҡов һәм бер төркөм уҡытыусылар, тәрбиәселәр уҡыусыбыҙҙы ҡотларға барып, йырҙарын тыңлап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Йәш булһа ла, тормошонда осраған яҡын кешеләрен Линарҙың сәхнәгә саҡырып сығарып, матур итеп рәхмәт әйтеүе лә күңелгә май булып ятты!

Йәш йырсы үҙенең үҙенсәлекле моңло тауышы, тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән һуңғы йылдарҙа ололар һәм йәштәр араһында ысынлап та популярлыҡ яуланы. Уның ижады тыуған Башҡортостанына, тәбиғәтенә һөйөү, йәшәйеш хаҡында уйланыуҙар һәм, әлбиттә, мөхәббәт тураһында. Йырҙарына, сибәр йәш егеттең үҙенә ғашиҡ тамашасы зал тултырып килгән ине. Йырҙарҙың барыһы ла ҙур сәхнәнән Линарҙың үҙенә генә хас бейеүе, заманса төрлө төҫтәге уттары һәм тамашасыларҙың дәррәү алҡыштары аҫтында барҙы. Афарин, тип үҙенә ҡеүәт өҫтәп ултырҙы тамашасылар!

Беҙ ҙә үҙебеҙҙең уҡыу йортонда белем алған Линарҙы сәхнәгә сығып ҡотланыҡ, уның менән ғорурланыуыбыҙҙы әйттек һәм алдағы тормошонда яңы үрҙәр, уңыштар теләнек. Әйткәндәй, Линар үҙенең концерты менән Яңы йылдан һуң Күмертауға ла килергә уйлай!
Читайте нас: