Все новости
Редакция почтаһынан
14 Декабря 2018, 11:45

ИЛҺӨЙӘРҘӘР ТӘРБИӘЛӘЙБЕҘ

Кисә райондың ОБЖ уҡытыусыларының “Әрмегә тиклемге егеттәргә хәрби тәрбиә” тип аталған темаға семинары үтте. Кәңәшмә Яҡшымбәт урта мәктәбендә булды.

Кисә райондың ОБЖ уҡытыусыларының “Әрмегә тиклемге егеттәргә хәрби тәрбиә” тип аталған темаға семинары үтте. Кәңәшмә Яҡшымбәт урта мәктәбендә булды.


Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән ҡаршылағандан һуң, мәктәп директоры Гөлнур Аҡһарова барыһын да сәләмләне һәм бындай кәңәшмәләрҙең бик мөһимлеге хаҡында һөйләне.

Район мәктәптәренән килгән уҡытыусыларға Зилә Түләкова мәктәп музейы буйынса сәйәхәт ойошторҙо. Аҙаҡ Яҡшымбәттең ОБЖ уҡытыусыһы Алмас Аҙнабаев 10-сы класс уҡыусылары менән асыҡ дәрес күрһәтте. Кластан тыш дәрестә противогаз кейеү һәм атыу кеүек ярыштар ҙа бик ҡыҙыҡлы һәм тәрбиәүи үтте.
Читайте нас: