Мәҡәләм геройы — Көйөргәҙе районының Яҙлау тигән бәләкәй генә ауылында тыуып үҫкән һылыу ҡыҙыҡай үҙҙәрендә башланғыс синыфта белем алғас, артабан уҡыуын Күмертауҙағы 3-сө һанлы БРГИ-ла дауам итә.
Лиана Фәнил ҡыҙы Ҡәҙерғолова гимназияла уҡыған йылдарында уҡ табип булырға хыяллана һәм шул маҡсатына ирешер өсөн тырышып уҡый. Бигерәк тә биология, анатомия, химия фәндәрен үҙ итә. 11-се класты яҡшы тамамлағас, күп тә уйлап тормай, ул Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда 7 йыл буйына ныҡышмалы уҡып, медицина серҙәренә төшөнөп, Гиппократҡа ант итеп, ҡулына ҡыуанып күптән көткән дипломын ала һәм тыуған яҡтары — Маяҡ ауылы дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Шулай итеп бала саҡ хыялына — табип һөнәрен алыуға табан үткән еңел булмаған юлы ла артта ҡала. «Ата-әсәйем һәм ике туғаным һәр саҡ миңә терәк булды. Минең өсөн борсолоп, иҫән-һау йөрөүемде теләп, һәр саҡ тыуған йортҡа ҡайтыуымды түҙемһеҙләнеп көтөп алыусылар улар», - ти ҡыҙ һөйөклө туғандары хаҡында.
Яҙлау — бәләкәй генә ауыл. Бында элекке замандарҙа эш ҡайнай ине. Әлеге көндә лә дан ғаиләләр донъя көтә. Әҙ генә темамдан ситкә китеп, бындай ғаиләләрҙе телгә алып үтмәйенсә бер ҙә генә булдыра алмайым. Ветеринар Хәбир Харрасов ҡатыны Рәмзиә менән 3 бала тәрбиәләй. Уҡытыусы Асия Ҡайғолова, хеҙмәт алдынғыһы Миңзилә Рахманғолованың ғаиләһен дә 3 бала йәмләй. Шулай уҡ Вера Хәйбуллина һәм Мөнирә Рахманғолова — күп балалы әсәләр. Ошо һәм башҡа бик күп ата-әсәләр аҡыллы ҡыҙҙар, батыр улдар үҫтереп, һөйөклө ҡошсоҡтарының ҡанаттарын нығытып, төрлө тарафтарға осорған. Әлеге ваҡытта Яҙлауҙа ҡасандыр гөрләп торған ферма ла, балалар тауышы яңғырап торған мәктәп тә, фельдшер пункты ла юҡ. Шулай ҙа Яҙлауҙа имәндәй таҙа, ныҡ (ауылды уратып имән ағастары үҫә), уңған, егәрле, йәшәйештең әсе елдәренә бирешмәҫкә тырышҡан халыҡ йәшәй. Улар ихаталарында күпләп мал, ҡош-ҡорт тота һәм Күмертау баҙарына алып килеп һатырға ла өлгөрә. Ауыл тирәһендә бесәнлек иркен, ер уңдырышлы, урман-ҡырҙар еләк-емешкә бай.
Ошондай хозурлыҡта тыуып үҫкән беҙҙең Лиананың да ата-әсәһе тик маҡтауға лайыҡ. Әсәһе Әҡлимә ипле, уңған, бик тә аҡыллы кеше. Колхоз бар саҡта ашнаҡсы булып эшләй ул. Фәнил — ғаиләһен яратыусы өлгөлө атай. Әлеге көндә Себер тарафтарында эшләп йөрөй.
Лиана Фәнил ҡыҙы Ҡәҙерғолова үҙенең ихлас йылмайыуы, иплелеге, тәрән һөнәри белеме менән Маяҡ ауылы халҡының күңелен яулай. Үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай ул. «Үҙем ауылда тыуып-үҫкәнгәлер, ауыл тормошо яҡын миңә. Эшемде лә бик яратам, бындағы халыҡ та ныҡ оҡшай миңә. Ауыл кешеләренә, бигерәк тә, оло йәштәгеләргә, һәр ваҡыт ҡала дауаханаһына барып йөрөү ауыр бит. Шуға уларҙың барыһы ла миңә килә. Бер йылдан артығыраҡ эшләү дәүерендә уларҙың барыһын да тиерлек белеп тә бөттөм», - ти үҙенең яратҡан һөнәре тураһында Лиана Фәнил ҡыҙы.
Беҙ уға артабан да шулай халыҡ һаулығы һағында арымай-талмай хеҙмәт итеүен һәм ошо Маяҡ ауылында төпләнеп ҡалыуын теләйбеҙ. Һинең яулайһы үрҙәрең алда әле!