Все новости
Редакция почтаһынан
11 Января 2019, 10:27

ҠУНАҠ БУЛҺАҢ, ТЫЙНАҠ БУЛ

Күптән түгел бер таныштарымда никах мәжлесендә булырға тура килде.

Күптән түгел бер таныштарымда никах мәжлесендә булырға тура килде. Мулла абызый йәш парға вәғәз уҡый, бөтөн кеше иғтибар менән тыңлай. Йәштәр өсөн генә һөйләмәй бит ул. Йәшерен-батырын түгел, мәсеттәргә һирәк йөрөйбөҙ. Дин әһеленең никах мәжлесендәге һүҙҙәре барыбыҙ өсөн дә фәһемле, әһәмиәтле. Бындай мөмкинлек булғанға шатланырға ғына кәрәк. Ләкин… сеү! Ана ҡаршымдағы сал сәсле апай менән уның һары сәсле ҡыҙы араһына ҡыҫылып кем ултыра икән? Береһенең улы, икенсеһенең ейәне булырға тейеш. Никах мәжлесенә килгәндәр менән әле танышып та өлгөрмәнек бит. Ҡаланан ҡайтҡандар, шикелле … Уларға, бәлки, артыҡ иғтибар итмәҫ инем…

Әллә юлдан бик асығып килгән, әллә холҡо шундай, малай үҙенең яҡын кешеләренән бер туҡтауһыҙ ашарға һорай. Өләсәһе сабыр итергә ҡуша, ололар менән бергә ашай башларһың, ти. Һораулы ҡараштарын малай әсәһенә төбәй. Кемдер уның теләктәрен шунда уҡ үтәргә тейештер. Булды… Әсәһе малайға ризалығын бирә. Улай ғына ла түгел, өләсәһенең иҫкәртеүенә ҡаршы: «Ашаһын, бала ғына бит әле ул…», - тигәнерәк тауыш ишетелде. Табын янында ултырыусыларҙың иғтибары күпмелер ваҡытҡа шул ғаилә ағзаларына бүленде. Мулланың ҡиммәтле кәңәштәре, изге китаптан миҫал итеп килтергән хәҙистәр иғтибарҙан ситтә ҡала башланы.

Малай туған телен аңламай, шикелле, дин әһеленең һүҙҙәренә бөтөнләй битараф ҡиәфәттә ултыра. Ул бары тик тамаҡ туйҙырыу тураһында уйлай. Табын тулы ризыҡҡа әле береһенең дә ҡулы теймәгән, сөнки ваҡыты етмәгән. Был бит тыуған көн йә шуның ише башҡа байрам түгел тыңлап та, ашап та, һөйләп тә ултырырға. Малай алдындағы һауыттарҙан әле бер ризыҡты, әле икенсеһен алып ауыҙына оҙата, ҡулын тағын йырағыраҡ һуҙа башлай. Әсәһе лә ярҙам итә: улының теләгән ризыҡтарын алдына һалып тора. Баланың шул ҡылығы, тәрбиәһеҙлеге өсөн оялып ултырҙым, күҙҙәрем гел унда булды. Бер генә кеше лә тәмләп ҡарамаған салаттарға, емештәргә тәм-томдарға ҡулын һуҙа бит. Сабыр итеү, оялыу кеүек сифаттар юҡмы ни унда? Табын янында үҙен нисек тоторға кәрәклеге тураһында ҡунаҡҡа барыр алдынан ололар һөйләмәгәндер, тәртип ҡағиҙәләрен аңлатмағандыр. Әсәһе ана үҙе үк малайға «йәшел ут» асты: ни теләһәң, шуны эшлә, ашайһың килә икән, аша…

Мулла абызый, бер нәмә лә булмағандай, һөйләүен дауам итә. Бындай ваҡытта, туҡталып, балаға йәки әсәһенә иҫкәртеү яһап алһа ла, табын янындағылар ҡаршы килмәҫ, был үҙенә күрә тәрбиә сараһы булыр ине. Юҡ шул… Минең өсөн бик йәмһеҙ тойолған был күренеш оҙаҡҡа һуҙылған кеүек. Мулланы ла тыңлағым килә, малайҙан да күҙемде алмайым.

Ниһайәт, булды… Тамағы туйҙы, шикелле. Һыуҙарҙың да төрлөһөнән эсте. «Дегустация» тамам. Хәҙер нисек тә бынан сығып китеү сараһын табырға кәрәк. Түр башына бик яҡын ултырғандар, өҫтәл аҫтынан да үтерлек түгел. Өләсәһе сабыр итергә ҡуша ла бит, әсәһе гел яҡлап тора, ярҙам итергә әҙер. Нисек кәрәк, шулай иттеләр, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, түр яҡтан ишек янына тиклем еткереп, малайҙы сығарып ебәрҙеләр. Өҫтәл өҫтөндә ҡалдыҡ-боҫтоҡ, кәнфит ҡағыҙҙары өйөлөп, тәмле һыу тамсылары йыйылып ҡалды.

Уйҙарым ана шул ваҡыт бала саҡтарыма алып ҡайта. Ҡыштар етеп, көндәр ныҡлап һалҡынайтҡас, ауылда һуғым өмәләре башлана. Атай-әсәй менән кистәрен беҙ ҙә ашҡа йөрөйбөҙ. Атайҙың бер туған ҡустыһы - кинйә ағайҙарҙың өйөндә һике бар ине. Беҙ, балалар, ана шунда түңәрәкләп ултырып, табын ҡорабыҙ. Ололар үҙҙәре бер яҡ ситтәге өҫтәл тирәләй ултырышып алған. «Ашамаһаң, төшкә керә, ашаһаң, тешкә керә», - тип шаяртып әйткән һүҙҙәре генә бик асыҡ иҫтә ҡалған.

Ҡунаҡтар күп йыйылған урындарҙа балалар айырым ултырып ашарға тейеш. Был ғүмер буйы шулай ҡабул ителгән. Ололар янына яҡын килмә, үҙ урыныңды бел! Хәҙер килеп йәш ғаиләләрҙә был тәртип ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай башланылар. Юлдан асығып килгән икән, айырым ғына ултыртып, алдан тамағын туйҙыр баланың. Мәжлес башланғас, ашарға һорап, теңкәгә тейеп йөрөмәһен. «Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!» - тип өйрәтергә кәрәк уны. Баланың тәрбиәле булыуын теләһәк, әлбиттә, үҙебеҙ яҡшы үрнәк күрһәтергә тейешбеҙ.

Тормошобоҙҙағы кире күренештәр йәш быуын өсөн ғибрәт булһын ине.
Читайте нас: