Все новости
Редакция почтаһынан
5 Февраля 2019, 12:34

БАТЫРҘА ЛА БУЛДЫҠ БЕҘ

1 февралдә Зәк-Ишмәт ауылы артистары менән Федоровка районының Батыр ауылына барып концерт ҡуйып ҡайттыҡ.

1 февралдә Зәк-Ишмәт ауылы артистары менән Федоровка районының Батыр ауылына барып концерт ҡуйып ҡайттыҡ. Бында беҙҙе клуб хужалары йылы итеп ҡаршы алды, хатта, сәй табыны ла әҙерләп ҡуйғандар. Тамаша ҡарарға халыҡ та күп кенә йыйылғайны. Беҙҙең концерт уларға бик оҡшағандыр, тип уйлайым, сөнки улар һәр бер сығышты дәррәү алҡыштар менән оҙатып ҡалды. Был ауылға концерт менән барырға күптән хыяллана инек. Тик гел генә: «Ауылдың клубы йылытылмай», - тигән яуап алдыҡ. Был юлы үҙҙәре үк: «Килегеҙ, клубты йылытып ҡуябыҙ», - тинеләр. Мәҙәниәт усаҡтары таҙа, матур, йылы ине. Беҙҙе ихлас ҡаршы алғандары өсөн клуб хеҙмәткәрҙәренә һәм Батыр ауылы халҡына ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә. Ал-ял белмәй репетицияларға йөрөп, шундай матур концерт программаһы әҙерләгән ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр артистарына ла ҙур рәхмәт белдерәм. Һәр саҡ шулай берҙәм, татыу, дәртле булып ҡалайыҡ!
Читайте нас: