Стәрлетамаҡта күптән түгел «РобоПром — 2019» Робототехника фестивале уҙҙы. Унда Күмертау ҡалаһы уҡыусылары ла ҡатнашты. Айрат Хәйруллин, Рәмил Мөрсәлимов, Салауат Татлыбаев һәм башҡа егеттәр үҙҙәре эшләгән роботтары менән таныштырҙы. Уларҙың роботтары әлеге көндә бик мөһим булған барлыҡ эштәрҙе башҡара — аэропортта йөк тә ташый, парковщик та. «Ҙур еңеүҙәр яуламаһаҡ та, шундай етди, мәртәбәле конкурста ҡатнашҡаныбыҙға бик шатбыҙ», - ти уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре.