Все новости
Редакция почтаһынан
19 Февраля 2019, 13:12

Үҙ эшенең оҫтаһы

Был һүҙҙәр Абдул ауылында йәшәүсе һәм эшләүсе Ғилметдин Ғәйнетдин улы Сәйфетдиновҡа тап килә.

Был һүҙҙәр Абдул ауылында йәшәүсе һәм эшләүсе Ғилметдин Ғәйнетдин улы Сәйфетдиновҡа тап килә. Ул телефон оҫтаһы булып эшләй, бер юлы телевизорҙарҙы ла йүнәтә. Хәҙерге заманда телевизорһыҙ, телефонһыҙ йәшәп булмай. Беҙгә, ҡарттарға, улар айырыуса ла кәрәк, сөнки барлыҡ яңылыҡтарҙы телевизорҙан белеп барабыҙ. Уныһы боҙола ла ҡуя. Шунан тотонаһың Өфөгә шылтыратырға, ә уларының операторҙары бушамай, телефоныңды һалмай тор, бушағандарын көт, тиҙәр. Бер мәртәбә 10 минут көткәс кенә телефонды тоташтырҙылар. Шунан, заявка бир, тиҙәр. Биргәс, көт, тиҙәр. Ҡайҙа бараһың, 3-4 көн буйы көтөргә тура килә. Беҙ аңлайбыҙ: бер белгескә 7-8 ауыл биләмәһе беркетелгән. Ғилметдин Сәйфетдиновҡа Ермолаевкаға эшкә барырға кәрәк. Ауылда торғас, мал-тыуар аҫрамайынса ла булмай. Өс балаһы уҡый, икәүһе ҙурҙар инде. Ярай әле тормош иптәше, Лилиә килен, уңған. Бөтмөр, һәр эште намыҫ менән башҡара. Оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләне, дүрт ауылға гәзит-журналдар, хаттар ташыны. Минең әйтәһе һүҙем шул: телевизор, телефондарҙы йүнәтеү мәсьәләһен Өфөгә шылтыратмайынса ғына ла хәл итергә булалыр. Бының буйынса Ермолаевоға шылтыратыу ҙа етәлер. Шылтыратып рөхсәт ала алмаһаң, Ғилметдиндең ваҡыты булып та, ул телефоныңды йә телевизорыңды килеп йүнәтә алмай. Хәҙерге заманда техника көслө: шунда уҡ ҡайҙа йөрөгәнеңде белә алалар. Гәзит уҡыусыларға шуны еткермәксемен: оҫтаның ваҡыты булып та, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә килә алмай. Шуны белегеҙ. Заявка бирелгән ваҡыт ҡына тороп ҡала. Ҡайһы бер кешеләр, ана машинаһы менән уҙып китте, кермәне, ти. Ул үҙе теләгән ваҡытта килеп йүнәтә алмай.
Читайте нас: