Был көн Артурҙың бөгөнгөләй хәтерендә, сөнки бындай тетрәндергес хәл онотолмай, оноторға теләһәң дә, онотолмай, ғүмерлеккә хәтерҙә ҡала, мәңгелеккә һинең йөрәгеңдә урын ала.
...Бөтөн балалар кеүек үк Артур ҙа тышта уйнарға ярата. Һылыуы һәм башҡа балалар менән гөр килеп уйнап йөрөгәндә, балалар араһынан кемдер бер ҡыҙҙың батыуы тураһында ҡысҡыра. Туғыҙ йәшлек Артур һалҡын һыулы йылғала батып барған ҡыҙҙы ҡотҡара! Был бөгөн булған хәл түгел, шулай ҙа Артурҙың батырлығы хаҡында әле булһа ауылдаштары, уҡытыусылары, дуҫтары, ата-әсәһе иҫләй һәм Артур менән ғорурлана! Ҡурҡыу белмәҫ Артурҙың был батырлығы тураһында гәзиттәрҙә күп яҙылды. Артур “За мужество в спасении” миҙалы менән бүләкләнде. Ошо батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, аҡыллы ла егеттең беҙҙең мәктәп уҡыусыһы булыуы менән ғорурланабыҙ һәм Артурға киләсәктә уңыштыр теләп ҡалабыҙ. Кешенең бәләһенә Артур бер ваҡытта ла вайымһыҙ булмаҫ, беҙ быға ышанабыҙ, сөнки Артур батырлығы менән үҙ миҫалында тап шулай булырын иҫбат итте!..
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә икенсе йыл рәттән “Башкортостан - мөмкинлектәр территорияһы” тип аталған йәштәр форумы уҙа. Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, сит кешене ҡотҡарыусы 18 йәшкә тиклемге балаларҙы йыя был форум. Бөтөн Башҡортостандан иң батыр, иң ҡыйыу балалар саҡырыла унда. Быйыл саҡырылған 19 бала араһында уҡыусыбыҙ Артур Фәтҡуллиндың да булыуы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ һәм мәртәбә булды.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уҙған форум “Тамыр” телеканалы тарафынан төшөрөлгән “Геройҙар беҙҙең арала” документаль фильмын ҡарауҙан башланды (фильмға төшөү өсөн балалар уҙған йылдың декабрь айында уҡ Өфөлә йыйылған ине). Тантаналы сарала Геройҙар Башҡортостан Республикаһының башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан иҫтәлеккә бүләктәр алып шатланды. Р.Ф. Хәбиров кеше ҡайғыһына вайымһыҙ булмаған был ҡыйыу балаларға: ”Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙ - республикабыҙҙың киләсәге! Беҙгә, оло быуын кешеләренә, тормошта яҡшы эштәр эшләргә һеҙҙән өйрәнергә кәрәк”, - тине. Шулай уҡ ул балаларға «Тайная школа юных героев» китабын бүләк итте. Китапҡа ла ысын тормошта булған хәл-ваҡиғалар, балаларҙың һүрәттәре ингән.
Батырлығы тураһында һөйләргә яратмай Артур. Ҙур тәьҫораттар менән тәрән тулҡынланыу кисереп ҡайтты ул Өфөнән.