Яңы Муса ауылында ғүмер итеүсе Ғәлимовтарҙың бергә тиң ғүмер итеүҙәренә 50 йыл да булып китте.
Әхмәзиә менән Зифа 1968 йылда ғаилә ҡороп, яңы тормош юлдарын тәүҙә Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында башлай. 1981 йылда улар Яңы Муса ауылына йәшәргә күсеп килә. Ул саҡта «Таймаҫ» совхозы гөрләп тора. Әхмәзиә хужалыҡта тракторсы, ә Зифа һауынсы булып эшкә урынлаша. Уларға йәшәү өсөн әҙер йортон да бирәләр. Тейешле бөтә шарттар ҙа булғас, Ғәлимовтар ең һыҙғанып эшләй. Әхмәзиәнең хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуҙан күренеүенсә, уның дөйөм эш стажы 40 йыл тәшкил итә. Ә Зифаныҡы - 30 йыл. Бына шундай матур тормошта йәшәп, эшләп пенсияға сыға улар.
Хәҙер бар шатлыҡтары - балалары, ейән-ейәнсәрҙәре. Улар дүрт ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Хәҙерге көндә Ғәлимовтар 10 ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй. Барыһы ла үҫеп, уҡып, эшләп йөрөйҙәр. Был - Әхмәзиә менән Зифа өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Балаларыңдың балалары балдан татлы шул. Ғәлимовтарҙың иң ҙур бәхете шундалыр, тип уйлайым.
Балалары менән ейән-ейәнсәрҙәре әйләнгән һайын атай йортона ҡайтып тора, ҡулдарынан килгәнсә атай-әсәйҙәренә ярҙам итә. Әле бына хужа менән хужабикәнең 50 йыл бергә йәшәүҙәре юбилейы уңайынан өйҙәренә евроремонт эшләнеләр, кранда йылы һыуына тиклем бар, ванна, туалет эстә.
Балаларыңдың тәрбиәле, уңған булыуы, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәүҙәре ғаиләне ысын ғаилә итә. Был тормошта һәр ата-әсәнең кемлеген үҙҙәренә алмашҡа үҫтергән ғаилә ағзаларына ҡарап баһалайҙар (Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигән халыҡ мәҡәле лә бар бит әле.). Был йәһәттән Ғәлимовтарҙың күңеле тыныс. Өлкән улдары Әхтәм ғаиләһе менән матур итеп Күмертауҙа йәшәй. Ғайса улы тәүҙә юридик техникум бөтөрҙө, аҙаҡ институтта юрисҡа уҡып сыҡты, шул һөнәре буйынса Мәләүездә эшләй һәм йәшәй. Фәнүр электр менән иретеп йәбештереүсегә уҡыны, яратҡан эш ялҡытмай, тиҙәр, ул да Күмертауҙа үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт итә. Илдар улдары Камчаткала эшләй. Зөлфиә ҡыҙҙары Стәрлетамаҡта, табип булып, һаулыҡ өлкәһендә хеҙмәт итә.
Тормош бит ул, был донъяла бар нәмә лә гел ыңғай ғына бармай. Ғәлимовтарҙың Зөһрә ҡыҙҙары фажиғәле рәүештә вафат булып ҡуйҙы. Шуға күрә уларға бүтән бала ҡайғылары бирмәһен, тип теләйһем килә.
Ғәлимовтар - районыбыҙҙағы өлгөлө ғаиләләр рәтендә. Үҙҙәренең балаларына ла, Яңы Муса ауылы, район йәштәренә лә был тормошта уларҙан нисек йәшәргә, нисек эшләргә өйрәнер нәмәләр күп.