Все новости
Редакция почтаһынан
19 Марта 2019, 14:04

Йәштәрҙән ҡалышмай

Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе Фатима Ғиләж ҡыҙы Ғисмәтуллина оло юбилейын — 90 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан Мораптал ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова менән уны йортона барып ҡотлап, илебеҙ Президенты Владимир Путин, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев исеменән ҡотлау сәләмдәре һәм бүләктәр еткерҙек.

Фатима Ғиләж ҡыҙы — хеҙмәт ветераны. Ул 7 генә класс белем алғандан һуң тыуған колхозында эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы һәм башҡа эштәрҙә эшләп, намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп наградаларға эйә була. Фатима Ғисмәтуллинаның фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй. Тормош иптәше Мәжит бабай менән бергә матур ғаиләләрендә 4 балаға ғүмер бирәләр. Әлеге көндә Фатима инәй 10 ейән-ейәнсәре, 12 бүлә-бүләсәренең һөйөү-хөрмәтен тойоп йәшәй. Ул әле лә йәштәрҙән ҡалышмай, бер үҙе гөрләтеп донъя көтә. Балалары ла уны үҙҙәренең иғтибарынан өҙмәй һәр саҡ уның янына атлығып килеп, ярҙам итеп кенә тора.
Читайте нас: