Все новости
Редакция почтаһынан
29 Марта 2019, 13:21

Беҙҙә лә һаҡлана

Күмертау ҡалаһы ҡала статусы алғандан һуң, унда 1954 йылдан башлап урындағы «Горняк» гәзите донъя күрә башлай.

Күмертау ҡалаһы ҡала статусы алғандан һуң, унда 1954 йылдан башлап урындағы «Горняк» гәзите донъя күрә башлай. Ул 1963 йылға тиклем шул исем менән баҫыла. Ә бына бер аҙ ғына ваҡытҡа Мәләүез, Күмертау райондарын берләштергәс, 1964 йылда «Октябрь юлы» гәзите сығарыла. Кем «Горняк» гәзите биттәренән шул йылдарға ҡағылышлы мәғлүмәттәр табырға теләй, улар Күмертау ҡала архивына мөрәжғәт итә ала. Был гәзиттең төпләнмәләре беҙҙә һаҡлана. Ә бына «Октябрь юлы» гәзитенеке юҡ. Уның менән танышыу өсөн Мәләүез ҡала архивына барырға кәрәк.

1965 йылда Күмертауҙа рус һәм башҡорт телдәрендә «Ильич юлы» гәзите сыға башлай. Ул һуңынан шулай уҡ ике телдә «Ваҡыт» исеме менән баҫыла. Хәҙерге көндә «Кумертауское время» исеме менән рус телендә донъя күрә. Беҙҙең архивта 1965 -2017 йылдарҙағы был гәзиттәрҙең төпләнмәләре бар, һеҙ уларҙы беҙгә килеп уҡый алаһығыҙ.

2005 йылда Күмертауҙа ҡалабыҙ һәм Көйөргәҙе районы өсөн башҡорт телендә «Юшатыр» гәзите сыға башланы. Уның 2005-2017 йылдарға төпләнмәләре шулай уҡ архивта һаҡлана.

Беҙҙә «Кумертауское время», «Юшатыр» гәзиттәренең һуңғы йылдарҙағы электрон варианттары ла бар.
Читайте нас: