Все новости
Редакция почтаһынан
2 Апреля 2019, 13:45

Каникулда ла тик ятмайбыҙ

Беҙҙең Яҡут ауылында яҙғы каникулдар бик күңелле үтә, балалар төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар, китапханаға әүҙем йөрөйҙәр. Әле бына балалар китабы аҙнаһында ла, китапханасы Таңһылыу Исламғолова балаларҙы китап байрамына саҡырҙы.

Беҙҙең Яҡут ауылында яҙғы каникулдар бик күңелле үтә, балалар төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар, китапханаға әүҙем йөрөйҙәр. Әле бына балалар китабы аҙнаһында ла, китапханасы Таңһылыу Исламғолова балаларҙы китап байрамына саҡырҙы.

Матур итеп биҙәлгән китапханала төрлө китап күргәҙмәләре ойошторолғайны. Яңы ғына үткән театр көнөнә «Театр йәшәй һәм йәшәйәсәк», Бөтә донъя балалар китабы аҙнаһына «Китаптар иленә сәйәхәт» тип исемләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмәләрҙе ҡарағандан һуң, балалар ике командаға бүленеп «Китап биттәрен аса-аса» тип исемләнгән конкурста ярыштылар. Бындағы һорауҙар тик уҡылған китаптарҙан әҙерләнгәйне. «Гром» һәм «Молния» тип исемләнгән ике команда көс һынаштылар. Ике команда ла бик тырыштылар. Шулай ҙа ярыш ярыш инде «Молния» командаһы командиры Динислам Ялсыҡаев алға сыҡты. Был ярыш кем китап уҡый, кем уҡымай икәнен бик асыҡ күрһәтте. Иң күп китап уҡыусы балалар араһында Айгүзәл Ҡәҙерғолова икәнен ап-асыҡ күрһәтте был ярыш. Байрам бүләкһеҙ булмай. Һәр бала бүләк алып, уҡырға китап алырға торғанда китапханаға оло ҡунағыбыҙ Нурия апай Хәлилова килеп керҙе. Нурия апай — яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ул үҙенең «Изгеләребеҙ хаҡында асылмаған серҙәр» тип исемләнгән яңы сыҡҡан китабын алып килгән. Был изгеләр тураһындағы китаптың йөкмәткеһе тәрән, китапта халыҡтан йыйып алынған хәтирәләр тупланған. Иҫтәлеккә матур итеп күмәкләшеп фотоға төшөп, Таңһылыу апайға рәхмәттәр әйтеп таралыштыҡ.
Читайте нас: