Все новости
Редакция почтаһынан
5 Апреля 2019, 13:00

Иман нуры балҡый йөҙөндә

Күңеле менән изгелек таратҡан, ауылдаштарыбыҙҙы иманға саҡырып, дин дәрестәренә әүҙем йөрөгән Абдул ауылында тыуып үҫкән һәм бар ғүмерен ошо ергә бәйләгән Рәйсә Сөләймәнованы олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә.

Күңеле менән изгелек таратҡан, ауылдаштарыбыҙҙы иманға саҡырып, дин дәрестәренә әүҙем йөрөгән Абдул ауылында тыуып үҫкән һәм бар ғүмерен ошо ергә бәйләгән Рәйсә Сөләймәнованы олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә.

Ауылыбыҙҙың ағинәйе бик уҡымышлы ғаиләлә тыуып үҫкән, атаһы Ғизетдин бабайҙың өгөт-нәсихәттәренән, әсәһе Латифа инәйҙең тәрбиәһенән күп дини һабаҡ алған ул.

Рәйсә апай үҙе белгәндәрҙе киләһе йәш быуынға өйрәтеп ҡалдырырға тырыша. Бер төркөм ағинәйҙәр Аллаһ йортона уның менән белемдәрен камилләштерергә килә, кәңәштәрен тыңлай, һорауҙарына яуап ала. Уның ихласлығы, ябайлығы күптәребеҙҙе һоҡландыра.

- Иман барҙа - әҙәп бар, - ти халыҡ әйтеме. Беҙҙең бергәләп ултырыуҙы баштараҡ кемдер оҡшатмаһа, йәки ҡабул итмәһә, әле әйткәнемсә, әҙәпле булыуыбыҙ, ғәйбәт һөйләмәйенсә, фәҡәт телебеҙҙә дин һабаҡтарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алыуыбыҙға тулыһынса инанған күп ҡатын-ҡыҙ беҙгә ҡушылды.

Динле булыу балаларыбыҙ, уларҙың киләсәге өсөн бик кәрәкле. Һәр кем тәртипле, әҙәпле булырға тейеш.

- Ихтирамлы, тәүфиҡлы, ата-әсәһен хөрмәт иткән балалар үҫтерергә теләһәк, иң элек дин юлына баҫырға кәрәк, - ти Рәйсә Ғизетдин ҡыҙы.

Йөҙөндә иман нуры балҡып торған инәйебеҙ ҡөръән мәжлестәрендә вәғәз һөйләй, биш намаҙын ҡалдырмай, мөнәжәттәрҙе яттан әйтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мәсет тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул тормош иптәше Марат ағай менән матур донъя көтә, 4 ҡыҙ, 2 улға ғүмер биргәндәр. Балалары әҙәпле, ихтирамлы, төрлө тармаҡтарҙа эшләп, яҡшы тормош алып баралар. Ҡыҙҙары әниҙәре кеүек дини белемгә ынтыла, һәр йәһәттән маҡтауға лайыҡтар.
Читайте нас: