Все новости
Редакция почтаһынан
16 Апреля 2019, 13:14

Файҙалы булды

12 апрелдә Стәрлетамаҡта II Эшсе йәштәр республика форумы уҙҙы. Унда Көйөргәҙе районынан Альбина Имамова, Константин Логинов, Резеда Ишморатова, Лилиә Әхмәтйәнова, Екатерина Лебедянцева, Светлана Кинйәкәева, Виктория Семенова һәм мин ҡатнаштыҡ.

«Быуындар бәйләнеше» тип аталған был форумда төрлө өлкә белгестәре менән төрлө темалар буйынса йәнле аралашыу ойошторолдо. Ҡаланың иң уңышлы эшҡыуарҙары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Шулай уҡ бында йәштәр өсөн бик мөһим булған — йәш ғаиләләр өсөн дәүләт, республика, муниципаль программалар, һалым закондарының үҙенсәлектәре, йәш белгестәргә ярҙам программалары хаҡында консультация алдыҡ. Минең үҙемә бигерәк тә Мария Орешникованың «Agile стилендәге тормош» тигән сығышы ныҡ оҡшаны. Унда беҙгә көнөңдө нисек планлаштырырға, үҙеңдең хыялдарыңды тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеге хаҡында тәфсирләп аңлаттылар. Ғөмүмән әйткәндә, был форумда үҙебеҙгә файҙалы мәғлүмәтте күп тупланыҡ. Шулай ҙа Башҡортостандан лидерҙарҙы, алдынғы йәштәрҙе тағы ла күберәк саҡырһалар, бигерәк тә яҡшы булыр ине, тигән фекерҙәр менән ҡайттыҡ.
Читайте нас: