Все новости
Редакция почтаһынан
16 Апреля 2019, 12:31

Тамырың ныҡ, Башҡортостан!

7 апрелдә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Бирешмә!" беренсе балалар премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

7 апрелдә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Бирешмә!" беренсе балалар премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Был сараны "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы менән "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы ойошторҙо. Бүләкләү тантанаһы ҙур байрам кимәлендә үтте. Икенсе көн дә ошо уҡ концерт залы шат балалар тауышынан гөрләп тора ине. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлап үткәрелгән, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған “Тамыры ныҡ Башҡортостан!” исемле тантаналы концертта ла, ике көн барған сараларҙа Көйөргәҙе районынан күп тапҡыр Халыҡ-ара, Рәсәй, Республика конкурстарныда лауреат булған яҡташтарыбыҙ, Илкәнәй ауылы егеттәре - Илшат һәм Илнур Рамаҙановтар ҙа саҡырылып, халыҡ алдында матур сығыш яһанылар. Алып барыусылар ҙа, Көйөргәҙе районын маҡтап ”бер ғаиләнән сыҡҡан ике йондоҙ!”, - тип иғлан итеп, беҙҙең таланттарыбыҙҙы Өфө тамашасыларының дәррәү алҡыштарға күмеүе, ағинәйҙәрҙең, аҡһаҡалдарҙың балаларыбыҙҙың арҡаларынан һөйөп, миңә лә килеп, рәхмәт һүҙҙәре ишетеүҙәре оло бәхет ине! Республикабыҙ ҙа башҡорт телен, мәҙәниәтен, киләсәк быуынды - балаларҙы-үҫмерҙәрҙе әхләҡи яҡтан матур тәрбиә биреп үҫтереүҙә, мәҙәниәтебеҙгә, боронғо йолаларыбыҙға, йыр-бейеүҙәребеҙгә һөйөү тәрбиәләгән “Тамыр” студияһы етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәренә халҡыбыҙ исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Беҙгә ышанып, ҙур юлдарға юл ярырға ярҙам иткән Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеге етәкселәренә, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы директоры - Зөлфирә Ғәзиз ҡыҙы Эйтерникка ла ҙур рәхмәт.
Читайте нас: