Все новости

Балыҡсы Лукаша апай һәм хитровкалар!

Ул апай элекке Хитровка тигән ауылдан ине. Ул ваҡытта был тораҡ пункты йәмле, балыҡлы Көйөргәҙе йылғаһы буйында урынлашҡайны. Ошо ауылдан 500 метр аҫтараҡ һыу тирмәне лә бар ине.

Ул апай элекке Хитровка тигән ауылдан ине. Ул ваҡытта был тораҡ пункты йәмле, балыҡлы Көйөргәҙе йылғаһы буйында урынлашҡайны. Ошо ауылдан 500 метр аҫтараҡ һыу тирмәне лә бар ине. Ошо Лукаша апай Көйөргәҙе йылғаһына мурҙа, нәрәтәләр һалып, балыҡ тотоп, ас кешеләрҙе һыйлаған. Бөйөк Ватан һуғышында һәм унан ауыр аслыҡ йылдарында күп кешеләрҙе шулай итеп үлемдән ҡотҡарған ул. Был Хитровка тигән ауылда бик ярҙамсыл кешеләр йәшәне, мин уларҙың күбеһен яҡындан беләм. Ошо ауылға киноға бушҡа керер өсөн афиша элергә бара инем. Ул ваҡытта колхозға таяҡҡа эшләй инеләр, аҡса юҡ. Өс саҡырым араға йүгереп барып ҡайтаһың, аяҡҡа кейер нәмә юҡ, осала ыштан да юҡ. Тәүҙә ҡурҡа-ҡурҡа бара инем, бер барғанымда урамда, ҡапҡа алдында, бер бабай ултыра. Шул мине саҡырып алды ла, башҡортса, русса ҡатыштырып, кем малайы, тип һораны. Мин, Фәйзрахмандың улымын, тием. Ул ҡарт минең атайҙы яҡшы белгән, ахыры, өйөнә алып кереп, беҙҙә ул ваҡытта булмаған ҡыяр, помидор менән һыйлап сығарҙы. Урамға сыҡҡас, Хитровка малайҙарына русса нимәләрҙер әйтте, шунан тегеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булдыҡ. Йөрөй торғас, тирмәнсе бабай менән дә дуҫлаштыҡ, уның исеме Михаил, ҡатыны Мария ине, мин уны, Мәрйәм апай, тип йөрөттөм. Уларҙың өс малайҙары бар ине: Виктор, Владимир һәм Алексей. Яңғылышмаһам, Виктор Михайлович Котельников Маяҡта заводта цех начальнигы булып эшләп, шунан пенсияға сыҡты, уның менән аралашып йәшәнек. Ошо ауылда тыуып үҫкән Дмитрий Корякин ағай ҙа һуңынан Бәләкәй Санйында йәшәне. Әгәр яңғылышмаһам, уларҙың 11 балаһы бар ине. Юл ыңғайында керһәң дә, уларҙан кеше өҙөлмәй ине. Иван Пыщкин Күмертауҙың АТК-һында электрик булып эшләне. Варфоломеев Ермолаевола йәшәне, Борис Осипов Николаевскийҙа ғүмер итте. Тағы ла Рыбаков тигән ҡарт бар ине, һуңынан ҡайҙа булғандыр. Лукаша апайҙың Анатолий Иванович Разводов тигән ейәне Ермолаевола йәшәй, һәм «Ермолаево икмәге»ндә директор булып эшләй. Лукаша апайҙың тағы ла бер ейәне Алексей КАМАЗ машинаһында эшләне, хәҙер Ермолаевола йәшәй.

Ошо Лукаша апай һымаҡ ябай ауыл кешеләрен үҙҙәре тере саҡтарында иҫкә алмайҙар ине. Хәҙер һуң булһа ла, уң булһын тип, ошо яҙмаларымды яҙҙым, белгәндәр уны иҫкә алһын ине. Бер уйлаһаң, беҙҙең Көйөргәҙе районында күпме ошо Хитровка кеүек бәләкәй ауылдар, утарҙар бөттө, Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡты. Хәҙерге йәштәр уларҙы бөтөнләй белмәй ҙә тиерлек. Был тораҡ пункттарының тарихын ныҡлап өйрәнһәк, район тарихын яҙыуҙа, уны тулыраҡ күҙ алдына баҫтырыуҙа изге эш булыр ине.
Читайте нас: