Все новости

Күркәм традицияға әүерелер

Таймаҫ урта белем биреү мәктәбе тиҫтәләрсә йылдар инде үҙенең күп һанлы уҡыусылары-мәктәпте тамамлаусылары менән ғорурлана. 1968-1969 уҡыу йылында 60 уҡыусы - ике класс А һәм Б - мәктәпте тамамланыҡ. Беҙҙең А класында - башҡорт класы - 31 кешегә аттестат тапшырылды.

Таймаҫ урта белем биреү мәктәбе тиҫтәләрсә йылдар инде үҙенең күп һанлы уҡыусылары-мәктәпте тамамлаусылары менән ғорурлана. 1968-1969 уҡыу йылында 60 уҡыусы - ике класс А һәм Б - мәктәпте тамамланыҡ. Беҙҙең А класында - башҡорт класы - 31 кешегә аттестат тапшырылды.

Йылдар үтә торҙо, сығарылыш уҡыусылары өлкәнәйеп, төрлө өлкәләрҙә белгестәр булып илебеҙгә хеҙмәт иттеләр. Мәктәбебеҙ ҙә, йылдар үтеү менән, олоғая барҙы, һәм 2007 йылда заман талаптарына килешле итеп уға реконструкция үткәрелде. Яңы спорт залы, ашхана төҙөлдө. Мәктәбебеҙ яңы төҫ алып, балҡып ултыра, 2015 йылдан мәктәп гимназия исемен йөрөтә башланы.

Таймаҫ ауылында үҫкән, мәктәптә уҡыған һәр кеше ауылыбыҙҙың иң йәмле урыны - мәктәпкә килеп йөрөйҙәр. Беҙ ҙә, 1969 йылдағы сығарылыш кластары уҡыусылары, 50 йыл үткәс, 2019 йылдың 15 июнендә осрашыу көнөнә йыйылдыҡ.

Осрашыу иҫтәлекле, уҡыусыларға яҡшы үрнәк күрһәтеү уйы менән мәктәп баҡсаһына ҡарағай ағастары ултыртып, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәйкәленә ҡәнәфер сәскәләре һалып, мәктәп музейында булып тарихи ҡомартҡылар менән таныштыҡ, уның директоры Гөлнур Карамат ҡыҙы Хәмитова ауылыбыҙҙан сыҡҡан республика һәм Рәсәй кимәлендәге ҙур шәхестәрҙең эшмәкәрлеге, тормош юлдары хаҡында бик эстәлекле итеп һөйләп ишеттерҙе. Класташыбыҙ, билдәле скульптор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Миңләхмәт улы Ҡобағошов XIII быуатта йәшәгән тарихи шәхес Башҡорт хандың үҙе ижад иткән һынын музейға бүләк итеп тапшырҙы. Ә Башҡорт хандың үҙе йәшәгән замандағы һәйкәле Мәскәүҙә тора.

Уҡыған класыбыҙға кереп, уҡыу өҫтәле артына, 50 йыл үткәс, ултырып, хәтирәләргә бирелеп, мәңгелек донъяға күскән уҡытыусыларыбыҙҙы, иптәштәребеҙҙе иҫкә алдыҡ. Беҙҙе хөрмәтләп ҡаршылаған гимназия уҡыусыларына, уҡытыусылар Раил Рамаҙан улы Араптановҡа, Рәйес Рузан улы Әбсәләмовҡа, Фәйез Фәтих улы Ҡобағошовҡа, етәкселәре Гүзәл Фәтих ҡыҙы Усмановаға бөтәбеҙ ҙә рәхмәт һүҙҙәрен «Юшатыр» гәзите аша еткерәбеҙ.

Гимназия тамамлаусыларҙың осрашыуында ағастар ултыртыу күркәм йолаға әүерелер, тип ышанабыҙ. Беҙ, Таймаҫ мәктәбен тамамлаусылар, бик күп бит, мәктәбебеҙҙе, ауылыбыҙҙы йәмләндереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.
Читайте нас: