Был осрашыуға быйыл Малбаевтарҙың әкиәт донъяһындай йортона килдек. Тамара менән Фәнир икеһе лә бер синыфта уҡыны, Фәнир беҙҙең синыфтың иң матур йырсыһы, бейеүсеһе, оҫта гармунсыһы булды, ә Тамара ҡыҙыҡтырғыс һылыулығы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булмаған буталсыҡ гүзәллеге: оҙон етен толомдар, түңәрәк айҙай ап-аҡ йөҙ, зәңгәр күҙҙәре менән арбай ине. Шиғыр уҡыһа, барыбыҙ ҙа таң ҡалып тыңлай инек. Аллаһы Тәғәлә уларға барыһын да йәлләмәй биргән: аҡылын да, талантын да, тырышлығын да. 10-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу мәктәбенә уҡырға керҙеләр. Уны уҡып бөтөүгә Фәнирҙе армияға алалар. Йәштәр бер-береһенә көн дә хат яҙып торорға вәғәҙә биреп айырылышалар һәм һүҙҙәрендә торалар. Һөйгәненән алған бер сумаҙан хатты күтәреп, хеҙмәтен тамамлап ҡайтыу менән матур туй яһайҙар. Үҙҙәренең саф мөхәббәттәрен 50 йыл һаҡлап, һоҡланырлыҡ тормош ҡороп йәшәйҙәр. Үҙебеҙҙең Көйөргәҙе районында абруйға ҡаҙанған шәхестәр улар. Ниндәй генә эштә эшләһәләр ҙә, тырыш хеҙмәттәре менән халыҡ һөйөүен яулайҙар. Өс ҡыҙ үҫтереп, уларҙың балаларын ҡарашып, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман да халыҡҡа хеҙмәт итәләр. Тамарабыҙ - Көйөргәҙе районының төп Ағинәйе, Фәнир ҙә йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша.